Март аҙағы – апрель башы өсөн ғәҙәти булмаған йылы һауа торошо киләһе аҙна уртаһына тиклем дауам итәсәк. Синоптиктар 8 апрелдә ҡапыл һыуытасаҡ тип фаразлай. “Фобос” үҙәге мәғлүмәте буйынса, был көндө ҡар яуыуы көтөлә, ә термометр бағанаһы +3 градусҡа тиклем төшәсәк. Төнгө һәм көндөҙгө һауа температураһы тигеҙ тиерлек.
9 һәм 10 апрелдә төндә -1 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ +1-ҙән +3 градусҡаса йылы булыуы көтөлә.
11 апрелдән йәнә һауа температураһының +10 градусҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ күтәрелеүе фаразлана.
Апрель аҙағында тағы бер һыуыҡ тулҡын килә. Синоптиктар фаразлауынса, 28 апрелдә көндөҙ һауа температураһы +2 градусҡаса түбәнәйәсәк, ә 28 һәм 29 апрелдә төндә -3, -6 градус булыуы көтөлә.
Фото: Наилә Имаева.