

Сәләмәт тормош алып барыусы Венер Зәки улы Шишмә-Үрәкәй ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән спортты үҙ итә. Бигерәк тә Балтас районы Ҡорос ауылында урта мәктәптә уҡығанда ҡышын гел саңғыла йөрөр була. Армия хеҙмәтенә алынғансы колхозда эшләп ала. Ике йыл Әзербайжанда хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Свердловскиҙағы С. Орджоникидзе исемендәге "Уралмаш" заводына эшкә урынлаша. Унда 10 йыл ярым хеҙмәт һала. Ябай эшсенән алтынсы (иң юғары) разрядлы белгес булып, бригадир вазифаһына тиклем үрләй.
Балтас районы Ҡарыш ауылы һылыуы Рәйлә Әсфән ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Шишмә-Үрәкәй ауылында төпләнә. Бәхетле ғүмер итеп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Венер ағай тәүҙә колхозда, артабан мәктәптә кочегар булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Балаларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәр мәлдә генә, тормош иптәше донъя ҡуя.
“Сәләмәтлек сығанағы булған спорт миңә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итте, артабан йәшәргә көс-дәрт бирҙе, — тип һөйләне яратҡан шөғөлө тураһында Венер ағай. — Йәштән саңғыла, велосипедта йөрөйөм, йүгерәм, шахмат, волейбол уйнарға яратам. Хаҡлы ялға сыҡҡас, төрлө марафондарҙа йүгерә башланым. Республика һәм Рәсәй буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ йәш категориямда призлы урындар алдым. Нефтекамала даими ойошторолған Спорт фестивале сиктәрендә триатлонда — йөҙөү, велоуҙыш һәм йүгереүҙә гел еңеүселәр исемлегендә булдым. Районда уҙған саңғы һәм волейбол ярыштарында, шахмат буйынса турнирҙарҙа ла ҡатнашырға тырышам. Спорт менән шөғөлләнеү йән һәм тән сәләмәтлегенә ирешергә булыша, ғүмерҙе мәғәнәле, бәрәкәтле итә һәм ул күптән инде йәшәү рәүешемә әйләнде. Насар ғәҙәттәрҙән ары тороп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барайыҡ”.
Сәләмәт тормошто пропагандалаусы Венер Зәки улы спорт ярыштарында ҡатнашып, тиҫтерҙәре менән ихлас аралашыуҙан яңы көс-дәрт алып, йәйге спорт миҙгеленә матур пландар ҡора.
Наилә Имаева.
Асҡын районы.