Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Март , 04:55

Һөнәрмәндәр шулай тәрбиәләнә

Мишкә агросәнәғәт колледжы студенттары һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәтенең төбәк этабында призлы урындар яуланы.

Һөнәрмәндәр шулай тәрбиәләнәҺөнәрмәндәр шулай тәрбиәләнә
Һөнәрмәндәр шулай тәрбиәләнә


“Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә 14 йәштән өлкән уҡыусылар һәм Башҡортостан колледждары студенттары араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәтенең төбәк этабы тамамланды. Ярыштар 60 майҙансыҡта, шул иҫәптән республика предприятиелары һәм белем биреү учреждениелары биләмәһендә үтте. Чемпионатта 1000-гә яҡын ҡатнашыусы төбәктең белем биреү учреждениелары исеменән сығыш яһаны. Улар үҙ оҫталыҡтарын 196 төрлө компетенция, шул иҫәптән төҙөлөш, ландшафт дизайны, робототехника, программалаштырыу һәм хеҙмәт баҙарында талап ителгән башҡа күп һөнәрҙәр буйынса күрһәтте.
Ойоштороусылар йәш һөнәрмәндәргә ярҙам иткән төбәк партнерҙарының мөһим ролен билдәләй. Башҡортостан Республикаһында чемпионаттың төбәк этабы 340-тан ашыу партнер ойошма ярҙамында үтте. Улар еңеүселәргә һәм призерҙарға предприятиелар, ойошмалар базаһында стажировка үтергә һәм эшкә урынлашыу тураһында тәҡдим алырға мөмкинлек бирҙе.
Бындай күләмле сарала Мишкә агросәнәғәт колледжы студенттары ла ҡатнашты. Был тәжрибә һәм һөнәри сифаттар барлыҡҡа килеүҙең мөһим этабы булып тора. Еңеүселәр һәм призерҙар араһында Мишкә студенттары ла бар. Леонид Изибаев (етәксеһе Геннадий Искаков) “Кирбес һалыу” компетенцияһы буйынса икенсе урын яуланы. Аркадий Русинов (етәксеһе Диана Русинова, “Ландшафт дизайны” компетенцияһы) һәм Диана Солтаншина (етәксеһе Есения Иҫәнбаева, “Урбанистика: ҡала планлаштырыуы” компетенцияһы) өсөнсө урынды биләне.
Студенттар тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты, сараның юғары ойошторолоуын, конкуренция кимәлен билдәләне.
— Конкурста ҡатнашыу миңә аң даирәһен киңәйтергә, үҙ көсөмә ышанысымды арттырырға мөмкинлек бирҙе, — тине Диана Солтаншина. — Мин үҙемдең һөнәри кимәлемде күтәреүҙән тыш, яңы дуҫтар таптым, бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр күрҙем. Бындай конкурстарҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк, тип уйлайым. Был үҙеңде күрһәтеү һәм башҡаларҙан өлгө алыу өсөн яҡшы мөмкинлек.
Теманы дауам итеп...
Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе:
— Бөгөн төбәктең 27 колледжы “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнаша, был йүнәлештә башҡа бер субъектты ла Башҡортостан менән сағыштырырлыҡ түгел. Һөҙөмтә асыҡ: студенттарыбыҙ федераль кимәлдә лайыҡлы сығыш яһай һәм еңеү яулай, был республиканың һөнәри белем биреү системаһының көсөн раҫлай. 120 мең студент — иҡтисадты һәм төп тармаҡтарҙы үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур потенциал.
Рәилә Аптикаева.
Мишкә районы.

Һөнәрмәндәр шулай тәрбиәләнә
Һөнәрмәндәр шулай тәрбиәләнә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас