2026 йылда Башҡортостанда Хәтер һәм хөрмәт көнө 2 майҙа үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Һәр йылдағыса был сара республикала ойошҡан рәүештә үтәсәк. Һәр кем зыяраттарға барып яҡындарының ҡәберҙәрен һәм тирә-яғын йыйыштырып ҡайта аласаҡ. Радий Хәбиров муниципаль властарға зыяратҡа тиклем автобус маршруттарын ойошторорға һәм биләмәләрҙә сүп-сарҙы йыйыштырырға ҡушты.
–Ҡайҙалыр руханиҙар килергә тейеш, ҡайҙалыр дежур фельдшерҙар ҡуйырға кәрәк. Барыһын да контролдә тотоғоҙ, – тине Башҡортостан етәксеһе.
Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән.