

Ошо көндәрҙә Абдулла ауылында ғүмер итеүсе Фәниә һәм Вәкил Сәмиғуллиндар гәүһәр туйҙарын — 60 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләне. Уларҙың мөхәббәт тарихы Фәниә Риза ҡыҙы ошо ауылға ҡунаҡҡа килгәс башлана. Йәштәр араһында һөйөү хистәре уянып, артабан ғаилә ҡороп, улар әйләнә-тирәләгеләргә үрнәк булып, матур ғүмер юлы үтә.
Вәкил Ғабдрахман улы 1941 йылда Абдулла ауылында тыуған. Ул бала саҡтан эшкә егелеп, үҫмер сағында уҡ урманда бил бөгөп, хеҙмәт ҡәҙерен аңлап үҫә. Уның өсөн Бөйөк Ватан һуғышын үткән һәм ғүмерен урман эшенә бағышлаған атаһы өлгө булып тора. Әрме сафында хеҙмәт иткәндән һуң Вәкил Йүрүҙән контораһына урман ташыусы водитель булып урынлаша. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр юғары наградалар менән бүләкләнә, ә үҙе өсөн иң юғары баһа — “хеҙмәт ветераны” исеме. Буш ваҡытында ир-уҙаманы ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша: рухлы шиғырҙар яҙып, халыҡ алдында уҡый, оҫта бейей ҙә.
Фәниә Риза ҡыҙы 1946 йылда Хәлил ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, һауынсы булып эшләй башлай. Кейәүгә сығып, Абдулла ауылына күсеп килгәс, урман сәнәғәте хужалығына урынлаша, унда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем намыҫлы хеҙмәт һала. Булдыҡлы гүзәл зат өйҙә лә йылы һәм уңайлы мөхит булдыра, тормош иптәше өсөн һөйкөмлә һәм уңған ҡатын, балаларына хәстәрлекле әсә була.
Фәниә һәм Вәкил Сәмиғуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Ильяс ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Глүзә Ҡараярҙа ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләй. Флүзә Себер яҡтарында ғүмер итә, йыш ҡына ҡайтып, ата-әсәһенең хәлен белә. Бәхетле олатай менән өләсәйҙең алты ейәне бар, уларҙың икәүһе әлеге ваҡытта Ватан именлеге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Көн һайын балаларының һау-сәләмәт булыуын һәм ейәндәренең яу ҡырынан иҫән-имен, Еңеү менән ҡайтыуын теләп, доға ҡыла ата-әсә.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, был күркәм пар тырышып донъя көтә: баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт тоталар, өйҙәрендә лә һәр саҡ йылы һәм таҙа. Сәмиғуллиндарҙың изгелеге, фәһемле кәңәштәре һәм эшһөйәрлеге ауылда йәш ғаиләләр өсөн өлгө булып тора.
— Яратып, ҡәҙерләп үҫтергән өс балабыҙҙың һәм алты ейәнебеҙҙең уңыштарына һөйөнөп ғүмер итәбеҙ. Бер-береңде аңлап һәм хәстәрләп йәшәгәндә генә тормош имен, матур һәм бәхетле була, — ти гәүһәр туйҙарын билдәләүсе пар.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.