Йәнтөйәк
+18 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
30 Марта , 06:35

Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне

Йөҙйәшәр инәйҙе күркәм ғүмер  байрамы менән Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ҡотланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләнеБашҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне
Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне

Балтас районы Богдановка ауылынан тыл эшсәне Миңнур Хөсәйенова 101 йәшен тултырҙы. Муниципалитет башлығы Илгиз Субушев йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләне.

Миңленур Хөсәйенова – тыл эшсәне һәм хеҙмәт ветераны, бар ғүмерен тыуған колхозына арнаған. Ул 36 йылдан ашыу сылбырлы тракторҙа эшләгән. Миңленур Исхаҡ ҡыҙы тормош ҡыйынлыҡтарына бирешмәгән, һаман да изге күңелле, ярҙамсыл. Хәҙер улы менән килененең ҡәҙер-хөрмәтендә, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең бәхетенә ҡыуанып йәшәй.

«Уның ныҡлы характерлы булыуы һоҡландыра! Йөҙ йәште үтһә лә, йәшәү дәрте һүнмәгән, тормошто ярата. Беҙгә һәм йәштәргә бына кемгә тиңләшергә кәрәк икәнен », —  тип билдәләне район башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-29/truzhenitsa-tyla-iz-bashkirii-otmetila-101-y-den-rozhdeniya-4631259

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас