Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март , 16:30

“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте

Кескәй артистар ролдәрен оҫта башҡарҙы

“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте

Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында Театр көнөнә арналған мауыҡтырғыс сара үтте.

Тәрбиәсе Лениза Хәбибуллина һәм музыкаль етәксе Эльмира Ғәйнуллина етәкселегендә өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре “Теремок” рус халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Балалар әсәйҙәре һәм тәрбиәсе ярҙамында әҙерләгән костюмдарҙа үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы. Улар мимика, хәрәкәттәр аша урман хайуандарының холҡон да килештереп күрһәтте.

“Әкиәттәр сәхнәләштереү балаларҙың телмәрен үҫтерә, коллектив алдында сығыш яһарға өйрәтә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй, балаларҙың һәләтен аса”, — ти тәрбиәсе Лениза Рәүеф ҡыҙы.

Илһөйәр Махатова.

Лениза Хәбибуллина фотолары.

“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Халыҡ-ара театр көнө үтте
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас