

Махсус хәрби операция зонаһында пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу ныҡ таралды. Улар менән уңышлы эш итеү операторҙарҙың оҫталығына, профессионализмына бәйләнгән. Салауат ҡалаһы егете 2024 йылда контракт төҙөгәндән һуң “Смайл” позывнойын ала. Хәҙер ул пилотһыҙ осоу аппаратары операторы булып хеҙмәт итә.
Яугир Салауат ҡалаһында тыуып үҫә, 2-се ҡала гимназияһында уҡый, аҙаҡ Салауат индустриаль колледжын тамамлай.
“Күҙҙәр менән проблема булыу сәбәпле, армияға алманылар, аҙаҡ коррекция эшләттем. 2024 йылда иң яҡшы дуҫыма эйәреп, мин дә контракт төҙөнөм. Бергәләп хеҙмәт итеп, бергә еңеү менән әйләнеп ҡайтырға һүҙ ҡуйыштыҡ, – ти “Смайл”. – Хәҙер оператор булып хеҙмәт итәм. Ике ай буйы әҙерлек үттем. Оператор өсөн иң мөһиме һәм ҡатмарлыһы - ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү. Бармаҡ хәрәкәттәренең юғары теүәллеге талап ителә, һәр маневрҙан операцияның уңышы тора” – тип аңлата ул.
Дрондарҙы дошман да күп ҡуллана, дистанциянан тороп, биләмәне миналайҙар. Декабрҙә шуларҙың береһенә “Смайл” да эләгеп шартлай.
– Яныма ике егетебеҙ ҡорал менән килеп баҫты, мин үксәгә баҫып ҡына атлай алам, алғы яғы ҡаты яраланған. Шулай 15 километр ер үттек, квадроциклдарға күсеп ултыра торған нөктәгә еттек. Тик кисеү янында туҡтаныҡ, сөнки понтон күперҙе шартлатҡандар ине, – тип хәтерләй яугир.
Аҙаҡ үҙенең дрондар детекторындағы билдәләргә ҡарап, дошман дронының эргәлә генә булыуын аңлай. “Яҡында ғына ҙур булмаған урман бар ине, шунда йәшеренеү өсөн бөтә көстө һалып йүгерергә тура килде, хатта аяҡтағы көслө ауыртыуҙы ла тойманым. Аҙаҡ беҙҙе хәүефһеҙ урынға күсерҙеләр. Әле дауаланғандан һуң реабилитацияламын”, – ти “Смайл”.
Телеграм-каналда “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.
Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Был төп өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Фото: “Выбор” гәзите.