Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март , 15:10

Оло хөрмәткә лайыҡ педагог

Филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты Земфира Әхмәтйәнова — уҡытыусы  һөнәренә 30 йыл ғүмерен арнап, үҙ эшен яратып башҡарған  педагогтарҙың береһе.

Оло хөрмәткә лайыҡ педагог
Оло хөрмәткә лайыҡ педагог

Земфира Сәйет ҡыҙы Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында Нәзибә һәм Сәйет Хажиевтарҙың өлгөлө ғаиләһендә донъяға килә. Был  йорт ҡот, нур, шулай уҡ китап аҡылы менән тулы була.

Мәктәп йылдарында яҙмыш уға ғәжәйеп педагогтар менән осрашыу бүләк иткән. Әлфирә Хәлим ҡыҙы һәм Клара Миәссәр ҡыҙы йәш ҡыҙ йөрәгендә рус теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата мәңгелек һөйөү уята. Тап уларҙың күңел йомартлығы һәм хеҙмәте арҡаһында уҡыу һәр ваҡыт еңел һәм мауыҡтырғыс бирелә.

Земфира Әхмәтйәнованың студент йылдары Бөрө педагогия институтының филология факультетында үтә. Бишенсе курста доцент В.А. Шәймиев уға «Рус теле» буйынса аспирантураға инергә тәҡдим итә.

Тәжрибәле педагог студенттары менән тәүге осрашыуын хәтерләп, ул ваҡытта кисергәндәрен дә һөйләне: «Ныҡ тулҡынланғанлыҡтан йөрәк күкрәгемдән сығырға әҙер ине, сөнки беренсе лекция педагогика факультетының дүртенсе курс студенттары менән үтте. Тик барыһы ла бушҡа булып сыҡты, сөнки аудиторияға ингәс тә уларҙы студенттар итеп түгел, ә фекерҙәштәрем, белемгә ынтылыусы тиҫтерҙәрем итеп күрҙем. Лекция йәнле барҙы, улар менән тигеҙ һөйләштем, бәхәсләштем, фекерҙәрем менән уртаҡлаштым...».

Һәр көҙ яңы быуын килә, һәм уҡытыусы ҡабат-ҡабат йәшлек, энергия, яңы уйҙар ағымына эләгә. Йәштәр бәхәсләшә, шикләнә, көтөлмәгән һорауҙар бирә. Былар барыһы ла студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһына үҙен һәр ваҡыт йәш итеп тойорға мөмкинлек бирә.

Земфира Әхмәтйәнова уҡыу йортоноң филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетында рус телен  уҡытыуҙан тыш, өҫтәмә рәүештә уҡыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләй. Улар ҙа бөйөк телде бөтә камиллығында белергә теләй һәм ҙур теләк, дәрт менән дәрестәрҙе көтөп ала.

30 йыл эшләү дәүерендә ғалимәнең лекцияларын, семинар дәрестәрен күпме быуын студенттар тыңланы икән?! Земфира Сәйет ҡыҙы  һәр  студентын хәтерләй, күптәре менән әле лә аралаша. Мәҫәлән, Света Андреева – Красноярск крайы Норильск ҡалаһының 40-сы урта мәктәбе директоры, Ксения Пестова – Мәскәү өлкәһенең 14-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Альбина  Чернявская – Яңауыл ҡалаһының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәп-интернаты директорының  тәрбиә эштәре буйынса  урынбаҫары, Ирина Назарова – Тәтешле ауылындағы «Йәйғор» балалар баҡсаһы мөдире... Изге күңелле остаздың сығарылыш уҡыусылары араһында хеҙмәттәштәре лә бар. Тел һәм әҙәбиәт өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе улар менән хәҙер уртаға һалып тикшерә, фекерләшә һәм бәхәсләшә ала.

Земфира Сәйет ҡыҙы ғалимә һәм педагог булараҡ ҡына түгел, ә әсә һәм ҡатын булараҡ та бик бәхетле. Ире Радик Әхнәф улы һәр ваҡыт уның бөтә башланғыстарын хуплап тора һәм хеҙмәте ни тиклем ауыр икәнен яҡшы аңлай. Ул да уҡытыусы, Бөрө махсус коррекция мәктәп-интернатында эшләй.

Әхмәтйәновтарҙың ҡыҙҙары Алина ата-әсәһе һөнәрен һайлаған. Ул – информатика уҡытыусыһы. Улдары Камил хәрби бурысын намыҫ  менән үтәп ҡайтып, тыуған ҡалаһында эшләй һәм уҡып йөрөй.

Земфира Сәйет ҡыҙы  уңған хужабикә лә. Ғаилә байрамдарын һәм яҡындарының юбилейҙарын уның телде йоторлоҡ тәмле һәм зауыҡ менән биҙәлгән торты биҙәй. Хеҙмәттәштәрен дә тәмлекәстәре менән  һыйларға ярата.

Земфира Әхмәтйәнованың эшендә һәм тормошонда илһам сығанағы булған кешеләр бар. Уларҙың береһе – Венера Латип ҡыҙы Ибраһимова. Бөйөк ғалим, һоҡланғыс әсә һәм өләсәй. Ул — Земфира Сәйет ҡыҙы өсөн фәнде сикһеҙ яратыу һәм  күңел йомартлығына эйә шәхес өлгөһө. Уның кәңәштәрен, һөйкөмлө йылмайыуын, тәмле сәк-сәген, ҡыҙы Алинаға бәйләп биргән бейәләйҙәрен әле лә ихтирам менән хәтерләй.

«Ғөмүмән, һәр уҡытыусы үҙенең студенттары һәм яҡындары өсөн өлгө булып торһон, – ти Земфира Сәйет ҡыҙы. – Ул, тәү сиратта, аңлылыҡ ҡиммәтен күрһәтергә тейеш. Ҡағиҙәләрҙе механик рәүештә өйрәтеү йәки ҡатмарлы ғәмәлдәрҙе башҡарыу ғына түгел, ә ни өсөн шулай эшләүеңде аңлатыу мөһим. Икенсеһе, ихласлыҡ һәм үҙ-үҙең булып ҡалыу. Күп кенә ҡалыптар һәм әҙер ҡарарҙар булған донъяла ысын ҡиммәт – ул һинең уникаль эске донъяң, һинең тауышың. Мин яҡын кешеләр менән аралашҡанда үҙ фекерҙәрен һәм хистәрен белдерергә ҡурҡмаҫҡа, ҡыйынһынмаҫҡа өйрәтәм. Өсөнсөһө, моғайын, иң мөһиме, ул – эмпатия, башҡаларҙы тыңлай һәм ишетә белеү. Филология – кешене һүҙҙәр аша аңлау тураһындағы фән. Тормошта был оҫталыҡ ысын мөхәббәт, дуҫлыҡ һәм ихтирамдың нигеҙе булып тора, уларһыҙ ғаиләләр, коллективтар тарҡала».

Гөлдәр Шиһапова.

Бөрө ҡалаһы.

Оло хөрмәткә лайыҡ педагог
Оло хөрмәткә лайыҡ педагог
Оло хөрмәткә лайыҡ педагог
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас