Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март , 21:20

Оло хөрмәткә лайыҡ ағинәйгә 95 йәш тулды!

Ҡубияҙ ауылында йәшәүсе  тормош һынауҙарын лайыҡлы үткән, бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған  тыл һәм хеҙмәт ветераны Рәзинә Хәмзә ҡыҙы Закированы 95 йәшлек оло юбилейы менән ҡотланылар.  

Оло хөрмәткә лайыҡ  ағинәйгә 95 йәш тулды!
Оло хөрмәткә лайыҡ ағинәйгә 95 йәш тулды!

Оло быуын кешеләрен яҙмыш елдәре ҡайҙарға ташламаған да, ниндәй генә һынауҙар ҡуймаған. Дүртөйлө районы Күк ҡуян ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Ҡубияҙ ауылында йәшәүсе  ихтирамлы кешеләрҙең береһе, тыл һәм мәғариф ветераны, изге әсә, хәстәрлекле өләсәй Рәзинә Хәмзә ҡыҙы Закирова   ла үҙ тиҫтерҙәре кеүек бәләкәйҙән эшкә егелеп, бөтә көсөн Еңеү өсөн һәм илде тергеҙеүгә йүнәлткән.

Белемгә ынтылыусы ҡыҙ Бөрө педучилищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын 1949-1950 уҡыу йылында Балтас районы Иҫке Янбай ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Ике йылдан һуң Көндәшле урта мәктәбенә күсә.

1953 йылдың ғинуарында  буласаҡ тормош иптәше Балтас районы  Бигилде ауылы егете Ғабидулла Сафиулла улы Закировты осрата. Йәштәр ғаилә ҡора.

1956 йылда Закировтар Асҡын районы Ҡубияҙ ауылына ҡайтып төпләнә.

Икеһе лә мәктәптә балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыға. Рәзинә Хәмзә ҡыҙы менән Ғабидулла Сафиулла улы бер-береһенә терәк-таяныс булып, бәхетле ғүмер кисерә. Биш бала —Рәдиф, Роза, Лилиә, Рәмил, Гөлнурҙы тәрбиәләп үҫтерә.

64 йыл да ике ай бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәгәндән һуң, Ғабидулла Сафиулла улы донъя ҡуя.

Рәзинә Хәмзә ҡыҙы тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, бөгөн 10 ейән-ейәнсәрен, 15 бүлә-бүләсәрен һөйөп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле ҡартлыҡ   кисерә. Унан ҡатын-ҡыҙ нескәлеге лә, әсәйҙәрсә йылылыҡ та бөркөлөп тора. Ихласлығы, алсаҡлығы менән дә һәр кемде һоҡландыра. Һәр алһыу таңды донъяға именлек, балаларына иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡаршылай ул. Ниндәй генә һынауҙарға дусар булмаһын, ауырлыҡтар кисермәһен кешелек сифатын, намыҫлылыҡты, күңел сафлығын юғалтмаған.

Үҙен 95 йәше менән ҡотларға килгән  етәкселәрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла, ауылдаштарын да матур теләктәр менән оҙатып ҡала күпте күргән, күпте  кисергән хөрмәтле ағинәй.

 

Оло хөрмәткә лайыҡ  ағинәйгә 95 йәш тулды!
Оло хөрмәткә лайыҡ ағинәйгә 95 йәш тулды!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас