Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
26 Марта , 02:20

Эҫе апрель һәм аномаль йылы йәй килә

Киләһе аҙнала +21 градус була!    

Эҫе апрель һәм аномаль йылы йәй киләЭҫе апрель һәм аномаль йылы йәй килә
Эҫе апрель һәм аномаль йылы йәй килә

Башҡортостанға гөрләп яҙ килә. Аҙна һайын температура рекордтары булып тора. Артабан нимә көтөр? Синоптиктар ентекле фараз әҙерләгән.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәте буйынса, Рәсәйҙә аномаль йылыныу дауам итә. Алдағы көндәрҙә төбәктә температура режимы климат нормаһынан 5-6 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Көндөҙ Башҡортостанда +10-дан +16-ға тиклем булыуы көтөлә. Һауа торошо башлыса ҡояшлы буласаҡ, һәм эш аҙнаһы аҙағында ғына ямғыр болоттары баҫып аласаҡ.

Әммә иң күңелле сюрпризды синоптиктар киләһе аҙнаға һаҡлап ҡала. “Гисметео” порталы фараздары буйынса, 31 мартта һәм 1 апрелдә республикала ысын йәй башланасаҡ. Һауа көндөҙ +21 градусҡаса йылынасаҡ, ә төндә температура +7 градустан түбән төшмәйәсәк.

Дөйөм алғанда, метеорологтар билдәләүенсә, апрелдең беренсе декадаһы Башҡортостан халҡын +12,+15 градус йылы булған температура фоны менән ҡыуандырасаҡ. Икенсе декадала бер аҙ һалҡынайта — +9,+11, ә өсөнсө декадала йәнә +14,+16 градусҡаса йылы була.

Башҡортостан ғалимдары фекеренсә, бындай үҙгәрештәр тотороҡло тенденцияға эйә: республикала яҙ яйлап иртәрәк була бара. Был процестарҙың сәбәбе – глобаль климат үҙгәреүе, уның тәбиғәттең ғәҙәти ритмына йоғонтоһо көндән-көн асыҡлана бара.

Алдағы йәй ниндәй буласаҡ? Ҡайһы бер синоптиктар фекеренсә, йәй аномаль йылы буласаҡ. Был хаҡта “Фобос” һауа торошо үҙәге белгесе Михаил Леус иҫкәртә. Уның һүҙҙәренсә, алдағы айҙарҙа Эль-Ниньо феноменының формалашыуы һәм көсәйеүе көтөлә, был бөтә донъялағы һауа шарттарына йоғонто яһаясаҡ. Был күренеш июнь-август айҙарында барлыҡҡа киләсәк һәм кәм тигәндә йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ул Атлантикалағы дауыл миҙгелен үҙгәртә һәм планетаның артабан йылыныуына килтерә ала. Һөҙөмтәлә, 2026 һәм 2027 йылдар метеокүҙәтеү тарихында иң йылыһы булыу ихтималлығы юғары.

Фото: Наилә Имаева.

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас