Һәр ҡыҙ ата-әсәһе һәм тәрбиәселәре менән бергә визит карточкаһы, ижади номер һәм матур башҡорт кейемдәрендә дефиле әҙерләгәйне. Балаларҙың сығышы онотолмаҫ тәьҫораттар һәм байрам кәйефе бүләк итте.
Бәйгеселәрҙе компетентлы жюри баһаланы: хөрмәтле ветерандар — Алия Абдулла ҡыҙы, Фәйрүзә Фәйзулла ҡыҙы, мәктәпкәсә белем биреү методисы Ольга Петровна, ата-әсәләр комитеты рәйесе Әлфиә Фрит ҡыҙы һәм Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы, өлкән тәрбиәсе Эльза Фәнит ҡыҙы. "Балаларҙың сығышын баһалау еңелдән булманы, сөнки һәр ҡатнашыусы еңеүгә лайыҡ ине!" — ти жюри ағзалары.
Кесе мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Гран — приҙы Зиннәтуллина Йәсмина, ә өлкән мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында Хамматова Сабина яуланы.
Бәләкәс башҡорт һылыуҡайҙарыбыҙҙы сағыу сығыштары һәм онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар бүләк иткән рәхмәт белдерәбеҙ!