Билдәле булыуынса, "Ауыл уҡытыусыһы"нда ауыл, ҡасаба, ҡала тибындағы ҡасабаларға барып эшләгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Конкурста еңеүсе 1 миллион күләмендә бер тапҡыр түләнә торған компенсация ала.
"Балалар һәм йәштәр" программаһы буйынса тормошҡа ашырылған программа - ауыл мәктәптәренә квалификациялы педагогтарҙы йәлеп итеү ысулы.
Мәғариф министрлығы конкурсты уҡытыусыларға уңайлы шарттарҙа ойошторорға тәҡдим иткән. Йәғни улар әле эшләп йөрөгән белем усаҡтарында ошо уҡыу йылын тамамлап, йәйге каникул ваҡытында яңы урын, яңы коллектив менән танышып, 1 сентябрҙә үҙҙәре һайлаған ауыл мәктәбендә эш башларлыҡ булһын. Ә тейешле түләү 10 октябргә тиклем бирелергә тейеш.
Әйткәндәй, былтыр программала ил буйынса 599 уҡытыусы ҡатнашҡан, ә быйыл иһә конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1 216 уҡытыусы һайлап алынасаҡ.
Был проект 2030 йылға тиклем оҙайтылды.