Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март , 20:25

Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һеҙгә!

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда Рәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам концерты үтте.  

Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм Мәҙәниәт, спорт Һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Гөлзифа Мөхәмәтдинова тантанала ҡатнашыусыларға йылы ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең рухи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды, бөтәһенә лә яңы ижади ҡаҙаныштар теләне.

Иң яҡшыларҙың иң яҡшылары, үҙҙәрен сәнғәткә хеҙмәт итеүгә бағышлағандар Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Мәҙәниәт өлкәһе ветерандарына – оҙаҡ йылдар үҙенең хеҙмәте һәм сәнғәткә тоғролоғо менән йәш быуын өсөн өлгө булып торған кешеләргә айырыуса иғтибар бүленде. Уларҙың байрамда булыуы быуындарҙың күсәгилешлеге һәм иң яҡшы традицияларҙы һаҡлау символына әүерелде. Тантаналы шарттарҙа юбилярҙарҙы ла ҡотлап,  уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сарала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн яңғыраған матур  композициялар   тамашасыларға   байрам кәйефе бүләк итте.

Концерт программаһы райондың мәҙәни тормошоноң байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтте, бөтәһендә лә мәҙәниәт артабан да үҫешәсәк һәм сәскә атасаҡ тигән ғорурлыҡ һәм ышаныс тойғоһо ҡалдырҙы.

Сара  тормошобоҙҙо сағыуыраҡ һәм мәғәнәлерәк итеүселәр хеҙмәтенең әһәмиәтен һәм бөйөклөгөн раҫланы.

Байрам менән һеҙҙе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!  Күп ҡырлы талантығыҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ һәм рухи йомартлығығыҙ өсөн беҙ бөгөн ихлас күңелдән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Барығыҙға ла һәр башланғыста ижади уңыштар, бөтмәҫ илһам юлдаш булһын, ҡыйыу идеялар һәм яңынан-яңы проекттар тормошҡа ашырылһын! Ныҡлы сәләмәтлек, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға именлек теләйбеҙ!

Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һҙеҙгә!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас