Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март , 09:30

Беҙ төрлө һәм шуның менән көслөбөҙ

Бөгөн Өфөлә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналған «Мәҙәниәттәр диалогы» республика студенттар ғилми форумы уҙҙы. Сара Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге булышлығында Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында ойошторолдо.

Беҙ төрлө һәм шуның менән көслөбөҙ
Беҙ төрлө һәм шуның менән көслөбөҙ

 24 мартта Өфөлә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналған «Мәҙәниәттәр диалогы» республика студенттар ғилми форумы уҙҙы. Сара Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге булышлығында Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында ойошторолдо. Форум Рәсәй һәм сит ил студенттарын берләштереүҙе, асыҡ мәҙәни-ара диалог, йолалар менән танышыу һәм халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Сара барышында төрлө йүнәлештәр буйынса белем алған студенттар милләт-ара аралашыу, халыҡ йолалары, милли традициялар һәм байрамдар һ.б. темалар буйынса ҡыҙыҡлы сығыштар тәҡдим итте. Форум мәҙәни-ара эшмәкәрлекте нығытыуға һәм мәҙәни күп төрлөлөктөң хәҙерге Рәсәйҙе берләштереүсе көс булыуын күрһәтеүгә йүнәлтелде. Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы менән бер рәттән ошо көндәрҙә билдәләнгән төрки, иран һәм башҡа халыҡтарҙың боронғо яҙғы байрамы Наурузға ла арналды. Сара Рәсәйҙең көсө мәҙәни күп төрлөлөктә булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы һәм төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған Рәсәй һәм сит ил студенттарының үҙ-ара дуҫлығын, татыулығын, бер-береһенең мәҙәниәтенә, йолаларына, теленә ихтирамлы мөнәсәбәтен күрһәтте.

Форум пленар өлөш менән асылды. Тажикстан Республикаһының Өфөләге Генераль консулы Фәриҙун Файзуллозода, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Э.Р. Саматова, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге әйҙәүсе белгесе Е.Ю. Боброва форумдың абруйлы ҡунаҡтары булды. Форумдың модераторы булып юридик фәндәр докторы, профессор Р.В. Ниғмәтуллин сығыш яһаны.

Юридик фәндәр кандидаты, доцент А.Ф. Хәлиуллина, Өфө нефть техник университетының Хоҡуҡ институты директоры урынбаҫары сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Тажикстан Республикаһының Өфөләге Генераль консулы Фәритун Файзуллозода үҙ сығышында конференцияла ҡатнашыусыларҙы Науруз байрамы менән ҡотланы, традицияларҙы һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм студенттарға уңышлы уҡыуҙарын теләне. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфө ҡалаһындағы вәкиллегенең әйҙәүсе белгесе Боброва Е.Ю. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.

– Бөгөнгө сара беҙҙе Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына ярашлы бергә йыйҙы. Исемле йылдың асылы илебеҙ өсөн ҙур мәғәнәгә һәм әһәмиәткә эйә, сөнки беҙҙә йөҙҙәрсә милләт тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй, уларҙың милли традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырылған. Рәсәйҙә, башҡа бер ҡайҙа ла булмағанса, мәҙәни төрлөлөктөң – беҙҙең дөйөм байлығыбыҙ, тотороҡлолоҡ һәм ныҡлы үҫеш нигеҙе булыуын яҡшы аңлайҙар. Бөгөнгө сара ла республикабыҙҙа һәм тотош илебеҙҙә милләт-ара татыулыҡты һәм берҙәмлекте нығытыуға үҙ өлөшөн индереренә ышанам, – тип билдәләнде Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфө ҡалаһындағы вәкиллеге етәксеһе Венер Мөхәмәтфәтих улы Ғәлиәкбәровтың сәләмләү һүҙендә.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Э.Р. Саматова республикала йәшәүсе халыҡтар араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһында алып барылған ҙур эш хаҡында һөйләне, студенттарҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто уҙғарған сараларҙа әүҙем ҡатнашыуына ышаныс белдерҙе.

Форум эше фәнни сессияны үҙ эсенә алды - рус һәм инглиз телдәрендә пленар һәм дүрт секция ултырышы сиктәрендә. Студенттар донъя халыҡтарының йолалары тураһында докладтар менән сығыш яһаны. Докладтар менән Өфө нефть техник университеты институттары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты студенттары сығыш яһаны.

Сара Өфөгә донъяның төрлө илдәренән һәм ҡитғаларынан килеп белем алған бихисап студенттарҙы бергә тупланы. Улар менән дә яҡындан танышып аралашыу, ҡайһы берҙәренең сығыштарын тыңлау форсаты тейҙе. Мәҫәлән, Насратиар Әхмәт Ибраһим Науруз байрамына арналған шиғырҙы рус һәм пушту телдәрендә һөйләп ишеттерҙе. Африка иленең Гана республикаһынан килгән Килсон Деннис Ато, Нигерҙан – Исса Али Ибраһим һәм Алжирҙан Луахди Абденур Өфө университетының сит ил граждандары өсөн тәғәйенләнгән әҙерлек бүлегендә белем ала. Форумда улар инглиз телендә сығыштар тәҡдим итте, әммә егеттәр тырышып рус телен дә өйрәнә. Киләсәктә, әҙерлек бүлеген уңышлы тамамлап, Өфө университеты студенттары булып китергә хыяллана. Егеттәргә хыял-маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләнек.

Автор һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты фотолары.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова

 

Беҙ төрлө һәм шуның менән көслөбөҙ
Беҙ төрлө һәм шуның менән көслөбөҙ
Беҙ төрлө һәм шуның менән көслөбөҙ
Автор:
Читайте нас