Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март , 13:45

Асҡындар Ришат Марат улын онотмай

Бөгөн Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда  Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, "Дихин уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Телһөйәрлек, илһөйәрлек менән һуғарылған сара быйыл бишенсе тапҡыр һәләтле балаларҙы йыйҙы.

Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге  һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына бағышланған  быйылғы сарала  Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин, район мәғариф бүлеге  начальнигы урынбаҫары Зөбәржәт Ғәлина, методистар Лилиә Миңлеғәлиева һәм Гөлмирә Рәжәпова, Ришат Марат улының әсәһе Розалия апай Дихина, тормош иптәше Гөлназ Дихина улы Рамзан менән, ике туған ағаһы Жәлил Дихин тормош иптәше Любовь менән, шулай уҡ Резеда Ибраһимова етәкселегендә Урмияҙ мәктәбе уҡытыусылары һәм мәғариф ветерандары, ауыл халҡы ҡатнашты.

Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе Ришат Марат улын ижади, изге күңелле, яҡты йөҙлө, ярҙамсыл, егәрле, маҡсатсан, һәләтле кеше, талапсан етәксе, оҫта ойоштороусы, тоғро дуҫ, ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле ул һәм атай булараҡ ҡылыҡһырланы.

Ришат Марат улының тормош һәм ижад юлына  арналған күргәҙмә лә урын алғайны  мәҙәниәт йортонда.

Сәхнәлә бер-бер артлы конкурста еңеү яулаған уҡыусылар сығыш яһаны.

Һәр турҙа еңеүселәргә район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы  һәм Гөлназ Рәзиф   ҡыҙы әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.

Сараны матур итеп Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡыусылары Таһирова Нурзидә менән Хәжимәрҙәнов Рәдим алып барҙы.

Теманы дауам итеп...

Лилиә Миңлеғәлиева, район мәғариф бүлеге методисы:

— Конференция  ике турҙан торҙо. Беренсе һайлап алыу турына 51 эш ҡабул ителде.  Ришат Дихиндың шиғырҙарын яттан һөйләү  конкурсына  38  уҡыусы видеосюжет ебәрҙе. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге  һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары  сиктәрендә  башҡорт һәм рус телдәрендә эҙләнеү-тикшеренеү һәм ижади эштәр яҙып, бик матур итеп сығыш яһаны уҡыусылар.

Өс йүнәлештә ҡатнашты уҡыусылар: Ришат Дихин шиғырҙарын һөйләүселәр, Дихинға эйәреп, үҙҙәре шиғыр яҙыусылар һәм ижади эштәр башҡарыусылар.

Бөгөнгө сарала сығыш яһаусы уҡыусыларға, уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә, сараны ойошторорға ярҙам итеүсе Урмияҙ ауыл Советына, ауыл мәҙәниәт йорто һәм урындағы мәктәп коллективына,  уҡыусыларҙың эштәрен баһалаусы башҡорт теле уҡытыусыларына район мәғариф бүлеге исеменән  ҙур рәхмәт еткерәм.

Наилә Имаева.

Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Асҡындар Ришат Марат улын онотмай
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас