Гөлназ Әхтәм ҡыҙын балтастар яҡшы белә. Ул — мәҙәниәт өлкәһендә “ҡайнаусы”, башҡорт халҡының бай мираҫын, онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын тергеҙеүҙә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе фиҙаҡәр шәхес. Уның тырышлығы менән ойошторолған саралар райондың мәҙәни йөҙөн билдәләп кенә ҡалмай, ә йәш быуында милли үҙаңды уятыуҙа, тыуған ергә, халыҡҡа хөрмәт, мөхәббәт тәрбиәләүҙә ҙур йоғонто яһай.
Гөлназ Ғәлләмованың ижад юлы — үҙенә күрә бер фәһемле сәйәхәт. Ул сығышы менән Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан. Бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас, яҙмышын Балтас районы менән бәйләй. 2001 йылда юллама буйынса килгән йәш белгес, үҙе лә һиҙмәҫтән, ошо ерҙең мәҙәни тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә.
Геройыбыҙҙың төп йөрәк тибеше — балалар ижады. 2008 йылда ул етәкселек итә башлаған “Гөрләүектәр” бейеү ансамбле күптәргә таныш. Был коллектив — балаларҙың һәләтен асыу, уларҙы тылсымлы бейеү донъяһына алып инеп, сәхнә йондоҙҙары итеп тәрбиәләүсе ысын мәктәп.
Гөлназ Ғәлләмова етәкселегендә ансамбль иҫ киткес үҫеш кисерҙе: төрлө милләттәрҙең колориты, эстрада бейеүҙәренең замансалығы, милли костюмдарҙың ҡабатланмаҫ биҙәктәре һәм яңынан-яңы композициялар — былар барыһы ла остаздың тырышлығы һәм нескә зауығы емеше. Ул балаларҙы үҙенекеләрҙәй яҡын күрә, уларҙың һәр береһенең эске донъяһын аңлай, һәр һәләтте асыҡлап, йылы һүҙ менән ҡанатландыра. “Гөрләүектәр”ҙәге һәр бейеү — Гөлназ Әхтәм ҡыҙының балаларға булған сикһеҙ мөхәббәте һәм ижади яныуы.
Гөлназ Ғәлләмова төп эшенән тыш төрлө концерттар һәм ҙур тантаналар алып барыусы, конкурстар ойоштороусы булараҡ та райондаштары араһында танылыу һәм оло хөрмәт яуланы.
Мәҡәләм геройы — ысын мәғәнәһендә күп яҡлы шәхес. Ул танылған “Малан” фольклор ансамблен дә етәкләй, уның сығыштары республика, хатта төбәк-ара бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Өлкәндәр өсөн “Дуҫлыҡ” бейеү коллективын туплап, уларҙы ла төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаштыра. Театр сәнғәтендә лә үҙ урынын тапҡан: “Ҡыҙҙар ҡапҡаны” спектакле менән “Иң яҡшы актерҙар ансамбле” номинацияһында еңеү яулайҙар. Мәҙәниәт ирекмәне булараҡ, төрлө бәйгеләр һәм конкурстар ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша. 2016 йылдан башлап профсоюз ойошмаһы рәйесе булып, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙа ла үҙ өлөшөн индерә.
“Коллективҡа, халыҡҡа кәрәкле кеше булып йәшәү — үҙе бер шатлыҡ. Кешеләр менән эшләү, яңы таланттарҙы сәхнәгә күтәреүҙән алған ҡәнәғәтлек хисе миңә артабан да тырышыбыраҡ эшләргә этәргес бирә”, — ти Гөлназ Әхтәм ҡыҙы. Ысынлап та, уның һәр һүҙендә, һәр эшендә халҡына, мәҙәниәткә булған һөйөү сағыла.
Әле күптән түгел генә “Гөрләүектәр”, “Дуҫлыҡ” һәм “Малан” коллективтарының отчет концерты уҙҙы. Тамашасылар Башҡортостандың ғына түгел, ә барлыҡ донъя халыҡтарының бейеүҙәре донъяһына “сумды”.
“Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле”, тиҙәр халыҡ телендә. Был һүҙҙәр нәҡ Гөлназ Ғәлләмова хаҡында әйтелгән кеүек. Ул райондың мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индереүҙән тыш, Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съездарында ҡатнаша. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабын лайыҡлы ойоштороу өсөн дә ҙур көс һала.
2020 йылда яңы проект — “Йондоҙло һуҡмаҡ” онлайн-бәйгеһен башлап ебәрә Гөлназ. Унда 300-ләп мәктәпкәсә йәштәге бала ҡатнашты. Әлеге проект йәш йондоҙсоҡтарға үҙҙәрен танытырға һәм һәләттәрен күрһәтергә ярҙам итте.
Гөлназ Ғәлләмова Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашҡаны, башҡорт халҡы тарихын, тамырҙарын тергеҙеү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Почет грамотаһы, шулай уҡ Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән Танып ырыуы йыйынын юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн Рәхмәт хаты, мәҙәниәт өлкәһендә намыҫлы һәм нәтижәле хеҙмәте, Балтас районы клуб системаһы хеҙмәткәрҙәренең йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә, “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” 5-се республика конкурсында ҡатнашып, финалсы дипломына һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауға индергән өлөшө өсөн Почет грамотаһына һәм башҡа күп төрлө грамоталарға һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы ла уға лайыҡлы рәүештә тапшырыла.
Район Мәҙәниәт һарайының ишеген ҡасан ғына асып инһәң дә, ҡаршыға һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө Гөлназ Ғәлләмова килеп сыға. Уның ихлас йылмайыуы, һүрелмәҫ дәрт-дарманы һоҡландыра. Үҙ эшенә бирелгән гүзәл заттың йөрәк тибеше һәр саҡ ижад менән яна.
Һәр ваҡыт тыныс һәм мөләйем булыуының серен һорағас, Гөлназ Әхтәм ҡыҙы ошолай яуап бирҙе: “Барыһына ла өлгөрөргә, һәр ваҡыт көслө рухлы булып ҡалырға миңә, тәү сиратта, ныҡлы ғаиләм, татыу коллективым һәм яҡындарым булыша. Улар минең һәр башланғысымды, йәмәғәт эшемде аңлап ҡабул итә, терәк була. Бәхетте йыраҡтан эҙләргә кәрәкмәй, ул — ябайлыҡта. Йылмайыу, дуҫ-иштәр менән йәнле аралашыу, яҡындарыңды ҡосаҡлап алыу, яратҡан эшеңә илһам менән барыу — тормош мәғәнәһе бына ошонда. Кеше ваҡ әйберҙәрҙән дә йәм табырға өйрәнгәс кенә үҙен ысын мәғәнәһендә бәхетле хис итә башлай”. Гөлназ һәр ауырлыҡҡа һынау булараҡ түгел, ә дәрес кеүек ҡарай. Уның фекеренсә, һәр хата — ул алдағы юл өсөн кәрәкле ҙур тәжрибә, һәр осрашыу — тормош биргән яңы һабаҡ.
— Рәхмәтле була белһәк кенә борсолоуҙар беҙгә улай уҡ ауыр бирелмәҫ, — тип дауам итә ул. — Күңелдә рәхмәт хисе йәшәгәндә донъя ла яҡтыраҡ, кешеләр ҙә асығыраҡ. Ғорурлыҡ менән әйтә алам: мин эшемдә лә, ғаиләмдә лә бәхетле кеше. Бәхет — ул үҙ тормошоңдан ҡәнәғәт булып, башҡаларға ла яҡшылыҡ өләшә алыуҙалыр.
Был һүҙҙәрҙә кешенең күңел байлығы, тормош фәлсәфәһе һәм мәҙәниәт хеҙмәткәренә хас юғары зирәклек сағыла. Ул һүҙҙәре менән генә түгел, үҙенең тормошо менән “бәхет — ул беҙҙең эске торошобоҙ” тигән фекерҙе раҫлай.
Гөлназ Ғәлләмованың ижад юлындағы уңыштарының тағы ла бер сере — уның ныҡлы таянысы булған ғаиләһе. 2001 йылда ул райондың мәҙәниәт донъяһында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз баянсы, тальянсы Наил Хафиз улы һәм ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған Зөһрә Рәхимйән ҡыҙы Ғәлләмовтар ғаиләһенә килен булып төшә. Йырлы-моңло йорттоң дауамсыһы — Айдар Наил улы ла бөгөн ата-әсәһенең эшен лайыҡлы дауам итә.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған Гөлназ Әхтәм ҡыҙы ғаиләһендә ҡәҙерле тормош иптәше, уңған хужабикә һәм һөйөклө әсәй ҙә. Айдар Наил улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Улар ҙа баянда, гитарала уйнап, йырлап-бейеп үҫә. Оло улдары Эмиль быйыл Өфө авиация техник университетын тамамланы. Данил — Өфө сәнғәт училищеһының 2-се курс студенты, ә ҡыҙҙары Альбина Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә уҡый. Улар бергәләп район һәм республика кимәлендә үткән төрлө конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.
Гөлназ һәм Айдар Ғәлләмовтар ижад итеп, бер-береһенә мөхәббәт һәм хөрмәт менән ҡарап, балаларына яҡшы өлгө күрһәтә, уларҙың ижади үҫеше өҫтөндә даими эшләй. Мәҫәлән, Эмиль баян класын тамамлай, гитарала һәм фортепианола уйнай, Данил да атаһынан гитара дәрестәре ала. Кесе ҡыҙҙары Альбина баян класы буйынса Балалар сәнғәт мәктәбендә өҫтәмә шөғөлләнә, шулай уҡ әсәһе менән хореография серҙәренә лә төшөнә.
Ғаиләләге берҙәмлек һәм именлек, ижадҡа булған сикһеҙ һөйөү — Гөлназ Ғәлләмованың тормош фәлсәфәһе лә, бәхетенең нигеҙе лә. Һәр көнгә ҡыуанып йәшәү, мәҙәниәткә хеҙмәт итеү һәм үҙ ғаиләңдең рухи байлығын һаҡлау — бына бит ул ысын бәхет сере.
Бөгөн Гөлназ Әхтәм ҡыҙының ижад ғүмеренең сәскә атҡан, һәр эше нәтижәле булып, һәр үткәргән сараһы халыҡ күңеленә үтеп ингән осоро. Уның кеүек фиҙаҡәр, тырыш кешеләр булғанда районыбыҙҙың мәҙәниәте үҫә, ә сәнғәт донъяһында яңынан-яңы йондоҙҙар балҡып сыға.
Фирғәт нәбиуллин.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.