Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март , 15:30

Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап

Асҡын районы билдәле шәхестәргә бай яҡ. Шундайҙарҙың береһе  — Асҡын районының почетлы гражданы, бар ғүмерен мәғарифҡа һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә бағышлаған Яҡупов Тәлғәт Зарип улы. Асҡын балалар моделле китапханаһында күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан  “Мин тормошто һәм кешеләрҙе яраттым” тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үтте.

Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап
Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап

Фәһемле сарала Асҡын 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары ҡатнашты.

Китапханасы-балалар менән күләмле эштәр ойоштороусы Глүсә Ғәлиева бай презентация, күргәҙмә материалдар аша балаларҙы Тәлғәт Зарип улының бай тормош юлы, район һәм республика мәғарифына, тыуған яҡты өйрәнеүгә индергән ҙур өлөшө тураһында һөйләне.

Балалар билдәле яҡташыбыҙҙың ныҡышмалылығы һәм тырышлығы нәтижәһендә Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы барлыҡҡа килеүен һәм район тарихы буйынса беренсе китап сығыуын белде.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Тәлғәт Зарип улы Яҡуповтың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан район мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында фәһемле саралар үтә.

Илһөйәр Махатова.

Глүсә Ғәлиева фотолары.

Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап
Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап
Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап
Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап
Күренекле райондашыбыҙ, талантлы педагогка арнап
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас