Иртә яҙ ҡарҙың һәм йылғаларҙың тиҙерәк иреүенә килтерә. Был һыу баҫыу хәүефе менән янай. Башҡортостан ҙур һыуға нисек әҙерләнә? Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә һөйләшеү булды.
Башгидрометүҙәк начальнигы Алексей Перонко хәбәр итеүенсә, әле күпселек йылғаларҙа боҙ һаҡлана, урыны менән ирей башлаған, шәре сыға башлаған. Кимәлдең тәүлегенә 10 сантиметрға тиклем бер аҙ тирбәлеүе күҙәтелә.
"Ағиҙел бассейны йылғаларының асылыуы март аҙағында — апрелдең тәүге декадаһында, норманан дүрт-биш көнгә иртәрәк көтөлә. Һаҡмар һәм Оло Эйек йылғалары норманан биш көнгә тиклем иртәрәк булыр тип күҙаллана. Иң юғары кимәл нормаға яҡын булыуы, дала йылғаларында норманан 20-60 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә. Өфө ҡалаһы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында — 640-740 сантиметр, Стәрлетамаҡта 330-430 сантиметр тәшкил итәсәк. Өфөлә, тау һәм дала йылғалары янында урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы, юл һәм күперҙәрҙең һыу аҫтында ҡалыу хәүефе бар, – тип хәбәр итте Алексей Перонко.
Уның һүҙҙәренсә, Инйәр, Эҫем, Йүрүҙән, Әй, Ләмәҙ, Өршәк, Стәрле, Ашҡаҙар, Сәрмәсән йылғалары берҙәм асылған осорҙа ташҡындың ҡапыл башланыуы арҡаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килеүе ихтимал. 23 марттан 1 апрелгә тиклем уртаса һауа температураһы норманан 6-8° юғарыраҡ буласаҡ.
Ташҡындың иң насар сценарийы тормошҡа ашҡан осраҡта республикала һыу баҫыу ихтималлығы булған зонаға 44 ҡалала һәм райондағы 313 тораҡ пункт эләгеүе ихтимал, уларҙа 86 меңдән ашыу кеше йәшәгән 22 меңдән ашыу торлаҡ йорт урынлашҡан. Был хаҡта Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, эвакуация осрағына республика 45 мең кешегә 334 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләгән.
– Республика ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолдо. Муниципалитеттар менән берлектә боҙ тығыны булыуы ихтимал урындар асыҡланды, 28 муниципаль берәмектә 70 хәүефле участка контролдә тотола. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған бөтә муниципалитеттар биләмәһендә шартлатыу эштәрен үткәреү мөмкинлеге тәьмин ителде, — тине Кирилл Первов.
Бөтә гидротехник ҡоролмалар ҙа ҡәнәғәтләнерлек хәлдә һәм яҙғы ташҡынды үткәреүгә техник яҡтан әҙер, тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Уның һүҙҙәренсә, һәр объектта ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта матди ресурстарҙың авария запасы булдырылған. Министр әйтеүенсә, Башгидрометтан яҙғы ташҡындың һуңғы прогнозын алғандан һуң, кәрәк булһа, һыуһаҡлағыстарҙа һыу кимәленә төҙәтмәләр индереләсәк.
Фото: "Башинформ".