Быйыл Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетен өлөшләтә асыу планлаштырыла — ғибәҙәт ҡылыу залдарының береһе эшләй башлаясаҡ.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, хәҙер төп көстәр фасад эштәрен тамамлауға йүнәлтелгән.
"Беҙ күп ваҡытыбыҙҙы конструкцияларҙы тикшереүгә сарыф иттек, көмбәҙҙәрҙе һәм манараларҙы төҙөкләндерҙек. Быйыл фасад эштәрен тамамлайбыҙ", – тине Хәбиров. Параллель рәүештә эске бинаны проектлау алып барыла.
"Быйыл уны эшләтеп ебәреү өсөн бәләкәй зал проектлайбыҙ, һәм ул эшләй башланы. Айнур хәҙрәт уларға урын аҙ, биналар етмәй, ти", – тип өҫтәне республика Башлығы. Хәбиров шулай уҡ төҙөлөштөң бюджеттан тыш аҡсаға алып барылыуын билдәләне.
Фото: социаль селтәрҙән.