Бөтә республиканан 13 команда ҡатнашҡан самбо буйынса турнирҙа Ҡариҙел командаһы, беренсе урын яулап, ҙур оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
Районыбыҙ спортсылары биш алтын, дүрт көмөш һәм алты бронза миҙалға эйә булды.
Был еңеү — сираттағы уңыш ҡына түгел, ә Ҡариҙел самбо мәктәбенең юғары әҙерлек кимәленең сағыу дәлиле, ныҡышмалы күнекмәләр, бөтә коллективтың яйға һалынған эше һәм һәр спортсының тырышлығы һөҙөмтәһе.
Команданы һәм тренер Айк Левонович Асрянды лайыҡлы беренсе урын менән ҡотлайбыҙ.