Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март , 12:20

Аҙналыҡ йондоҙнамә (23 - 29 март)

Тулыраҡ: 

Аҙналыҡ йондоҙнамә (23 - 29 март)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (23 - 29 март)

Ҡуҙы
Мажараға әҙерләнегеҙ, аҙна көтөлмәгән сюрприз менән тулы буласаҡ. Көс-дәртегеҙ юға­ры ки­мәлдә, яңы эште ҡыйыу башлағыҙ.

Буға
Матди бойондороҡһоҙлоҡто нығытыуға аҙым өсөн уңышлы мәл. Ғаиләгеҙ беренсе планда бу­лыр­ға тейеш. Туғандарығыҙға ваҡыт бүлергә тыры­шы­ғыҙ. Спорт һәм әүҙем ял да фай­ҙалы булыр.

Игеҙәктәр
Уңышлы осор: эштә лә, өйҙә лә тәртип булыр. Яңы осрашыу күтәренке кәйеф бүләк итәсәк. Ваҡ-төйәк һатып алыу уңышлы буласаҡ, ә эштә килем артыуы мөмкин.

Ҡыҫала
Сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге ҙур. Был мәшә­ҡәтте оноторға ярҙам итә­сәк. Етәксе­гә ихтирам күрһәтегеҙ - был һөнәри үҫешкә иң дөрөҫ юл. Аҡса киле­үе көтө­лә, уны үҙегеҙгә инвестициялағыҙ.

Арыҫлан
Лидерлыҡ сифатын күрһәтергә тура киләсәк. Был күп көс талап итәсәк, әммә уның һөҙөмтәһе яҡшы булыр. Ҙур маҡсатҡа ынтылыу кәрәк, карьерала күтәрелеү мөмкинселеге бар.

Ҡыҙ
Туғандарығыҙ менән тормош тәжри­бәһен уртаҡлашығыҙ, кәңәшегеҙ урынлы бу­лыр. Күптән борсоған һорауға яуап табырһы­ғыҙ. Аныҡ эш планы төҙөп, уны тор­мошҡа ашы­рыу уңышлы буласаҡ.

Үлсәү
Аҡса эше менән шөғөлләнегеҙ. Сабырлыҡ - уңыш нигеҙе. Клиент йәки партнер эҙләү өсөн бик яҡшы мәл. Корпоратив, һәр төрлө осрашыу­ҙы ҡал­дырмағыҙ, үҙегеҙҙе һөнәрмән итеп күр­һәтегеҙ.

Саян
Тәүәккәл эш итергә ваҡыт. Иң мөһиме - иғтибарҙы ваҡ-төйәккә йүнәлтмәҫкә. Өйҙә ултырмағыҙ, дуҫығыҙҙың саҡырған ергә барығыҙ. Ижад, мө­хәб­бәт һәм ғә­фү итеү осоро.

Уҡсы
Танышыуҙан алып эшлекле килешеүгә тик­лем уңыш йылмайыр. Һеҙ үҙ яҙ­мы­шы­­ғыҙ­ҙы булдырыусы. Йөрәгегеҙҙе тыңла­ғыҙ, һеҙгә ҡаршылыҡтар юҡ.

Ылаҡ
Ғаиләлә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Яҡын­дарығыҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ. Фай­ҙалы тәҡдим көтөгөҙ. Бизнес үҫешә, эшһө­йәр­лек юғары кимәлдә.

Һыуғояр
Юғары көс үҙегеҙҙе аңларға ярҙам итер, һеҙ йәшерен талантығыҙҙы асасаҡһы­ғыҙ. Үҙ мөмкинлегегеҙҙең бәләкәй өлөшөн ге­нә файҙаланаһығыҙ, анализ яһарға һәм үҫеш юлын эҙләргә ваҡыт табығыҙ.

Балыҡ
Көтөлмәгән ыңғай үҙгәреш көтөлә. Йон­доҙ­ҙар күптән көтөлгән әйберҙе һатып алыу йәки бюджеттың яҡшырыуын вәғәҙәләй.

Автор: Дина Ишматова
https://kungak.ru/news/novosti/2026-03-19/a-naly-yondo-nam-23-29-mart-4620132
Автор:
Читайте нас