Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март , 10:55

Үҙегеҙгә мөһим булған майҙансыҡтарҙы тәҡдим итегеҙ!

Башҡортостан халҡы биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн үҙ тәҡдимдәрен индерә ала.      

Үҙегеҙгә мөһим булған майҙансыҡтарҙы тәҡдим итегеҙ!
Үҙегеҙгә мөһим булған майҙансыҡтарҙы тәҡдим итегеҙ!

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу өсөн халыҡтан тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Тәҡдимдәрҙе ҡабул итеү 2 мартта башланды һәм “Бергә хәл итәбеҙ” бүлегендә “ПОС. Госуслуги” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының кире бәйләнеш платформаһын файҙаланып, 2026 йылдың 26 мартына тиклем дауам итәсәк. Халыҡтан тәҡдимдәр йыйыу – республикала уңайлы ҡала мөхитен булдырыу процесында төп этапҠала халҡының әүҙем ҡатнашыуы уларҙың ысын ихтыяждарын һәм теләктәрен иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә, киләсәктә төҙөкләндерелгән биләмәләрҙе ысын мәғәнәһендә кәрәкле һәм яратҡан итә. Һәр тауыш һәм һөйләм әһәмиәткә эйә, сөнки ниндәй ижтимағи киңлектәр яңы тормош аласағы тап уларҙан тора.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ҡағиҙәләренә ярашлы, төҙөкләндереү өсөн исемлеккә йәмәғәт киңлектәре инә: ял итеү зоналары, парктар, скверҙар, яр буйы, спорт майҙансыҡтары, мемориалдар, майҙандар һәм йәйәүлеләр өсөн урындар.

Ҡабул ителгән тәҡдимдәрҙе ҡарау йомғаҡтары буйынса төҙөкләндереү өсөн биләмәләр билдәләнәсәк. Улар йәмәғәт тауыш биреү өсөн һайланасаҡ. Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү быйыл 21 апрелдән 12 июнгә тиклем үтәсәк.

– Ҡабул ителгән тәҡдимдәр ниндәй территорияларҙың үҫеш аласағын билдәләргә ярҙам итәсәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу – ул исем өсөн түгел, ә яҡын киләсәктә парктарҙың, скверҙарҙың нисек булыуына йоғонто яһау мөмкинлеге. Үҙегеҙгә мөһим булған майҙансыҡтарҙы тәҡдим итегеҙ! – тип билдәләне Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Айрат Нурмөхмәтов фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас