Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март , 11:15

Аҡыллы, белемле һәм яуаплы егеттәр кәрәк

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир хеҙмәтенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Аҡыллы, белемле һәм яуаплы егеттәр кәрәк
Аҡыллы, белемле һәм яуаплы егеттәр кәрәк

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальоны хәрби хеҙмәткәре, “Памир” позывнойлы сержант махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткәнгә тиклем радиоидаралы моделдәр, идара итеү пультлы самолеттар менән мауыға. Был шөғөлөнөң фронтта файҙа тейә – хәҙер ул БПЛА операторы.

“Памир” Әлшәй районының Дим ауылынан. 2021 – 2022 йылдарҙа сроклы хеҙмәт юлын үтә. Армиянан һуң мобиль элемтә салонында эшләй. Әммә 2023 йылда йәш ир Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы сафына инергә ҡарар итә.

– Махсус операция башланғас, мин армияла срочный хеҙмәт үттемБеҙҙең подразделение Украина сигендә урынлашаУл саҡта беҙ хәрбиҙәргә ярҙам иттек. Был ваҡиғалар, моғайын, булған хәл тураһында уйланырға этәргес булғандыр. Демобилизациянан һуң бер йылдан саҡ ҡына кәмерәк эшләнем, махсус операция тураһында уйҙар миңә тынғы бирмәне. Көндөҙ эштә, ә кистәрен киске аш ваҡытында Донбасс тураһында уйҙарға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта инем. Эстә ниндәйҙер борсолоу, уңайһыҙлыҡ бар ине. Шуға күрә хәрби комиссариатҡа барып, Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Һуңынан атайым, ағайым һәм башҡа туғандарым, дуҫтарым махсус хәрби операцияға китте, — ти “Памир”.

Ул йыш ҡына БПЛА операторҙарының эшен күрә. Бер ваҡыт “Памир” командир янына килә һәм офицерҙан дрон менән идара итеү пульты менән хәрби бурыстарҙы үтәүгә рөхсәт һорай. Командование ҡаршы булмай, бигерәк тә “Памир” хәрби заданиеларҙы үтәгәндә бер нисә тапҡыр отҡорлоҡ, ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәтә.

– Дрондар менән эшләүҙә ҡатмарлы нәмә юҡ ине. Хеҙмәттәштәремдән өйрәндем, түбән бейеклектә осоуҙы үҙаллы үҙләштерҙем. Һәм, әлбиттә, практикала алынған тәжрибә ҙур әһәмиәткә эйә. Бер аҙҙан мине хәрби бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлттеләр. Уҡыуҙа ауыр булды, әммә алышта күпкә еңелерәк. Дөйөм алғанда, өйрәндем. Ауырлыҡтар ҙа була. Иң элек - дошмандың радиоэлектрон көрәш сараларының тәьҫире. Бынан тыш, осош ваҡытында дрондарҙың юғалыуы, ватылыуы ихтималлығын аңларға кәрәк. Был - техникаДронды һаҡлап ҡалыу һәм уны башланғыс нөктәһенә ҡайтарыу өсөн “тәҙрә”, сығыу юлдарын табырға кәрәк. Шулай уҡ яугирҙәребеҙгә уларҙы беҙҙең дрон яҡлауын хәбәр итеү мөһим. Ерҙән үҙеңдең ҡайҙалығын, ә сит кешенең ҡайҙалығын аңлап булмай бит, — тип уртаҡлаша “Памир”.

Дрон менән эшләгән егет әйтеүенсә, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре һуғыш яланында төп көскә әйләнә. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡа подразделениелар ҙа мөһим хәрби бурыстар үтәй.

- БПЛА  – дошман менән көрәштең яңы ысулы. Әммә һәр ғәскәрҙең үҙ ысулдары һәм һөнәри оҫталығы бар. Һәр кем үҙ эшен башҡара. Беҙ һәр ваҡыт штурмлаусылар, артиллеристар һәм танкистар менән бәйләнештә булыуыбыҙ аңлашыла. Әммә беҙ хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫта эшләйбеҙ. Икенсе һыҙыҡта, хәүефһеҙерәк урында ултырабыҙБеҙ үҙ позицияларыбыҙҙы “күрһәтмәҫкә” тырышабыҙ, сөнки, әгәр дошман беҙҙе тапһа, туҡтағансы йәки уларҙы туҡтатҡансы һөжүм итәсәк. Фронт фронт инде ул, БПЛА операторы эше үтә яуаплы, — тип билдәләне “Памир”.

Махсус операция биләмәһендә БПЛА операторы һөнәре ҙур ихтыяж менән файҙалана, тип билдәләй “Памир”. Сержант әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары менән подразделениелар күберәк булған һайын, хәрби бурыстар һөҙөмтәлерәк үтәлә һәм Рәсәй армияһы алға бара.

– Дрон менән эшләгәндәр рәтендә ныҡлы һаулығы, үткер күреү һәләте, яҡшы ҡул моторикаһы һәм хәтере булған йәш ир-егеттәрҙе көтәләр. Инглиз телен белеү, картаны уҡый белеү, платаларҙы аңлау, микросхеманы тоташтыра йәки иретеп йәбештерә белеү тик файҙаға ғына. Әгәр компьютерҙарҙы, IT-технологияларҙы ышаныслы ҡулланһаң, яҡшы. Дөйөм алғанда, аҡыллы, белемле һәм яуаплы егеттәр кәрәк. Әгәр ҙә был йүнәлештәрҙә белемең етмәһә, бөтә нәмәгә лә өйрәтәсәктәр. Бында бик яҡшы тормош мәктәбе бар.

Тағы нимә тураһында әйтергә теләр инем. Һөнәр ҙә мөһим. Әгәр кеше баш осонда, йөрәгендә осош тойһа, ул ысынбарлыҡта ла осасаҡ. Бер көндө махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланасаҡ. Өйгә ҡайтабыҙ. Ә БПЛА операторҙарының күнекмәләре тыныс тормошта ла файҙалы буласаҡ — аграр секторҙа, төҙөлөш өлкәһендә, юл хужалығында һәм башҡаларҙа, унда өҫтән „күҙҙәр“ кәрәк– тип билдәләне “Памир”.

Фото: “Памир”ҙың шәхси фотоальбомынан алынды.

Автор: Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас