Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март , 18:10

Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте

Районыбыҙҙың башҡа мәсеттәрендәге кеүек бөгөн   Солтанбәк ауылы иман йортонда ла  изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы уңайынан күркәм сара үтте.

Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте

Рамаҙан - иң изге ай, сөнки был айҙа Ҡөрьән китабы иңдерелгән, шулай уҡ рухи таҙалыҡ, изгелек ҡылыу айы ул. Солтанбәк ауылы мосолмандары ла изге Рамаҙан айында яҡты уй-теләктәр менән янып, изге эштәр генә ҡылып, изге байрамды яҡты уйҙар, яҡшы эштәр менән ҡаршы алды.

Бөгөн иртә менән солтанбәктәр  Ғәйет намаҙын уҡырға иман йортона йыйылды.

“ Мәсетебеҙҙә Ураҙа байрамы уңайынан  бик фәһемле сара үтте. Халыҡ күп  килде, биш йәшлек баланан алып 90 йәшкәсә  дин ҡәрҙәштәребеҙ Ғәйет намаҙына йыйылды.    Ата-әсәһенә эйәреп килгән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең күп  булыуы айырыуса һөйөнөслө.

 Байрам сараһын  мәсеттең имам-хатибы  Айрат хәҙрәт Насртдинов алып барҙы. Байрам вәғәзе һөйләгәндән һуң, мосолмандар менән бергә Ғәйет  намаҙы уҡыныҡ.

Ауыл биләмәһе хакимиәте һәм үҙемдең исемдән  барыһын да Ураҙа байрамы менән ҡотлап, изге теләктәремде еткерҙем.

Сара  мул табын артында дауам итте. Ауылдың уңған хужабикәләре алып килгән  тәмлекәстәр менән сәй эсеү менән тамамланды байрам. Айрат хәҙрәт менән  Рәфизә мөғәллимәбеҙ балаларға күстәнәстәр ҙә таратып ҡыуандырҙы. Ғөмүмән, мәсетебеҙҙә балаларҙы, йәштәрҙе, ололарҙы дингә йәлеп итеп, тәрбиәүи йүнәлештә әһәмиәтле, мәртәбәле эш алып бара улар. Рамаҙан айын шулай күркәм итеп үткәргәнебеҙ өсөн ауылдаштарыма рәхмәтлемен.

Бына шулай бик матур үтте  Ураҙа байрамы Солтанбәктә”, - тип һөйләне Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева.

Афарин, солтанбәктәр!  Динебеҙ киләсәктә лә илебеҙҙә милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың сәскә атыуына булышлыҡ итһен.

Илебеҙҙә тыныслыҡ тантана итһен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын,   халҡыбыҙ имен тормошта бәхетле йәшәһен!

Наилә Имаева.

Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Солтанбәк мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас