Бөгөн, 20 мартта бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын ҡаршылай, ул бөйөк ураҙаның һәм изге Рамаҙан айының тамамланыуын билдәләй.
Риүәйәттәр буйынса, байрам йолаһы Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, йәғни 624 йылдан алып, 1300 йылдан ашыу дауам итә.
Башҡортостандың бөтә мәсеттәрендә лә байрам ғибәҙәт ҡылыуҙары үтә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге «Ләлә-Тюльпан» йәмиғ мәсетендә булды.
Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы хөрмәтенә байрам вәғәзен Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һөйләне. Радий Хәбиров мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, коллектив намаҙҙа ҡатнашты һәм диндарҙар менән аралашты.
Мосолмандарҙы төп байрам — Ураҙа байрамы менән ҡотлап, Башҡортостан Башлығы, был көндө барыһы ла туғандарының һәм яҡындарының һаулығы, илебеҙҙә, республикала тыныслыҡ һәм татыулыҡ өсөн доға ҡыла, тип билдәләне.
Фото: “Башинформ”.