Бына көтөп алған Рамаҙан айы ла тамамланды. Кисә һуңғы ифтарҙы үткәреп, бөгөн Ҡыйғаҙы ауылы халҡы мәсеткә Ураҙа ғәйетенә йыйылды. Вәғәздәр тыңлап, байрам намаҙы уҡылды.
— Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым. Барлыҡ мосолман донъяһы өсөн был байрам рухи таҙарыныуға, изгелеккә, ихласлыҡҡа, иманға ынтылыуҙы күрһәтә. Ул беҙҙең күңелебеҙгә бик яҡын, сөнки һәр беребеҙ был айҙа тик яҡшылыҡ, изгелек ҡылырға, ямандан тыйылырға тырышты. Ураҙа бәйрәме рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, барыбыҙға ла йән тыныслығы, иман байлығы, дәрт өҫтәһен. Йорттарыбыҙға именлек, бәхет, шатлыҡтар алып килһен. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! — тип Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимов мәсеткә йыйылыусы ауыл халҡын ихлас тәбрикләне.
Сараны Сәғит хәҙрәт асып, Ҡөрьән сүрәләре уҡып, вәғәз һөйләп, алып барҙы. Ағинәй Сәүиә Фәғимйәнова етәкселегендә ауылдың аш-һыуға оҫта гүзәл заттары әҙерләгән табын артында байрам дауам итте.
“Донъяларыбыҙ тыныс, ғаиләләребеҙ имен булһын. Артабан да Рамаҙан айҙарын күрергә һәм Ураҙа ғәйетен иҫән-һау ҡаршыларға насип булһын”, тигән теләктәр менән таралышты ҡыйғаҙылар рухи байрамдан.
Илһөйәр Махатова.
Альбирт Ҡәҙимов фотолары.