Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март , 18:40

Был мәл бөгөн 19 сәғәт 46 минутта тыуасаҡ. Нимәләр эшләргә?

Быйыл был ваҡиға Ураҙа байрамы менән тура килде. Тимәк, яҡты уйлы булып, яҡшы теләктәр теләгәндә сауаптары тағы ла ҙурыраҡ булмаҡсы.

Был мәл бөгөн 19 сәғәт 46 минутта тыуасаҡ. Нимәләр эшләргә?
Был мәл бөгөн 19 сәғәт 46 минутта тыуасаҡ. Нимәләр эшләргә?

Бөгөн Өфө ваҡыты менән 19 сәғәт 46 минутта көн менән төн тигеҙләшә. Ошо мәлдән алып көн оҙоная башлай, ергә астрономик яҙ килә, күп халыҡтарҙа яңы йыл башлана...

Был көндө күңелһеҙләнергә ярамай икән. Кәйефтең ниндәй булыуы алдағы 30 көнгә йоғонто яһай. Үҙеңде мәжбүр итеп күңел асырға ла, һағышҡа бирелеү ҙә хупланмай. Ыңғай уйлы кешеләр менән аралашыу мөһим.

20 мартта мөнәсәбәттәр асыҡларға кәңәш ителмәй. Был көндө талашҡан кешеләргә артабан уртаҡ тел табыу бик ауыр буласаҡ, был оҙаҡҡа һуҙыласаҡ һәм күп күңелһеҙлектәрҙең сәбәбе буласаҡ.

20 мартта насар уйҙар уйламағыҙ. Улар тормошҡа ашырға мөмкин икән. Шулай уҡ был көндө ғәйбәт һөйләгән кешенең бөтәһе лә үҙенә кире ҡайта, тип әйтәләр.

Был көндө теләктәр теләргә кәрәк. Ләкин улар бер кемгә лә насарлыҡ килтермәй торған булырға тейеш, шунда ғына тормошҡа ашасаҡ. Күңелегеҙҙә кемгәлер ҡарата хистәр ҡайнай икән – уларҙы яратҡан кешеләрегеҙгә мотлаҡ белдерергә кәрәк. Һөйөүегеҙгә яуап булырға тейеш.

Хужабикәләр өйҙәрен таҙа итеп йыйыштырһа, уңыш, именлек киләсәк.

 

Автор фотоһы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас