Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март , 13:40

Асҡын үҙәк мәсетендә Ураҙа байрамы үтте

Унда мосолмандар менән бергә байрам вәғәзен район хакимиәте башлығы Динис  Йосопов та тыңланы. Динис Рәдис улы барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе

Асҡын үҙәк  мәсетендә Ураҙа байрамы үтте
Асҡын үҙәк мәсетендә Ураҙа байрамы үтте

Бөгөн мосолман донъяһындағы иң ҙур байрамдарҙың береһе  - Ураҙа ғәйете. Ошо уңайҙан иртә менән асҡындар  Ғәйет намаҙын уҡырға, баш-күҙ иҫәнлегенә, ил-көн тыныслығына, һалдаттарыбыҙҙың махсус хәрби операциянан иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуы өсөн хәйер-саҙаҡалар һалырға тип,  үҙәк мәсеткә йыйылды.

Ата-әсәһенә эйәреп килгән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең  булыуы айырыуса һөйөнөслө. Ситтән ҡайтыусы ауылдаштарыбыҙ ҙа күп булды.

Килгән халыҡ хәйер-саҙаҡаларын тапшырҙы. 

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, күңелдәребеҙгә иман нуры өҫтәп, һәр беребеҙгә именлек, мәрхәмәт һәм бәрәкәт алып килһен!  Донъяларыбыҙ тыныс, табындарыбыҙ мул, яҡын кешеләребеҙ һәр саҡ янда булһын! Артабан да Рамаҙан айҙарын күрергә һәм Ураҙа - ғәйетен иҫән һау ҡаршыларға насип итһен.

 

 

Асҡын үҙәк  мәсетендә Ураҙа байрамы үтте
Асҡын үҙәк  мәсетендә Ураҙа байрамы үтте
Асҡын үҙәк  мәсетендә Ураҙа байрамы үтте
Асҡын үҙәк  мәсетендә Ураҙа байрамы үтте
Асҡын үҙәк мәсетендә Ураҙа байрамы үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас