20 мартта, Ураҙа байрамының үткәрелеүе сәбәпле, Башҡортостандың медицина ойошмалары айырыуса график буйынса эшләй. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Поликлиникалар, ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары һәм фильтр-бокстар киҙеү, киҫкен респиратор вируслы һәм коронавирус инфекциялы ауырыуҙарҙы 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем ҡабул итә. 16 сәғәткә тиклем табипты өйгә саҡырырға була.
Стоматологтар 8-ҙән 16 сәғәткә тиклем ярҙам күрһәтә ала. Яңы тыуған сабыйҙарҙың биоматериалдарын мөһим неонаталь тикшереү өсөн Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул итәсәктәр. Ҡабул итеү ваҡыты – иртәнге 8-ҙән 16 сәғәткә тиклем.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.