Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март , 11:55

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

"Тотҡан ураҙаларыбыҙ, ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын!" — ти Рәмил һәм Лена  Ғариповтар.

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Лена һәм Рәмил Ғариповтарҙың йәшәйеше ошо ҡиммәттәргә нигеҙләнә. Кешене изге ғәмәлдәре, изге эштәре биҙәй. Яңы Йәлдәк ауылында йәшәүсе Ғариповтар ғаиләһе нәҡ яҡшы эштәре менән ихтирам яулаған.

Ете генә түгел етмеш һөнәргә оҫта булған Роман (Рәмил) Борис улы ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп башҡарып сыға торған ир асылы. Бигерәк тә ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ итеп ҡалдырылып, һуңғы ваҡытта юғалып барған һөнәрҙәргә эйә ул: мейес сығарыу, быйма баҫыу. Кем бына бөгөн быуаттар буйына йылытыусы ла, туйындырыусы ла булған мейес сығара әле. Ауыл оҫталары баҫҡаны күпкә уңайлыраҡ булһа ла, быймаларҙы ла баҙарҙан һатып алырға күнеккәнбеҙ. Быларға өҫтәп, балта, тимер эшенә лә берҙәй маһир ул. Ауылдаштары Рәмил Ғарипов бураған бураны әллә ҡайҙан танып тора, сөнки уның шикелле оҫта итеп бурағандар һирәк хәҙер. Тимер-томорға маһирлығын уның үҙ ҡулдары менән йыйған техникаһынан күреп була. Яҙын ер эшкәртеү өсөн бәләкәй генә тракторын ҡулланһа, бесән йыйыу, рулондар ташыу өсөн икенсеһен, ҙурырағын ҡабыҙа, ә инде баҡса уңышын ташыу өсөн өсөнсөһө лә әҙер тора. Ә иң яратҡан кәсебе уның  — умарталыҡта эшләү.

 — Бал ҡорттары — ғәжәйеп йән эйәләре, тәбиғәттең бер мөғжизәһе тиһәң дә була. Улар кешене тынысландыра, мәшәҡәттәрен оноттора. Миңә улар янында булыу рәхәт, — ти тырыш умартасы.

Әлбиттә, ҡорт баҡсаһында 50 баш умартаһы булған хужаға беренсе ярҙамсыһы булып тормош иптәше Лена Мансур ҡыҙы тора.

Лена Мансур ҡыҙы Ҡариҙел районында тыуып үҫкән, ҡулына уҡытыусы белгеслеге дипломын алғас, Яңы Йәлдәккә эшкә ебәрелә. Өс йыл уҡытҡандан һуң Рәмил Борис улына кейәүгә сығып, ошо ауылда килен булып тороп ҡала.

— Яңы Йәлдәктә мәктәп бар саҡта башланғыс кластарҙа уҡыттым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла булдым. 30 йыллыҡ педагогик стажым бар. Әммә яҙмыш елдәре беҙҙең ауыл мәктәбенә лә йоҙаҡ элде. Әлеге ваҡытта Ҙур Баҙраҡ урта мәктәбендә уҡытам, үҙебеҙҙең күрше ауылда йәшәгән сәләмәтлеге сикле балаға өйҙә белем бирәм. Эшемде бик яратам, сөнки бала сағымдан үҙемде бары тик уҡытыусы итеп кенә күҙаллай инем, — ти Лена Мансур ҡыҙы.

Ғариповтар ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Төпсөк ҡыҙҙары Гөлшат ҡына әле үҙҙәре менән, Ҙур Баҙраҡ урта мәктәбенең 6-сы класында уҡый. Өлкәндәре Ҡазан ҡалаһында  төпләнгән. Өс ейәндең ҡәҙерле өләсәһе-олатаһы ла Рәмил ағай менән Лена апай.

Ғариповтар — дини ғаилә. Мосолманға тейешле барлыҡ ҡанундарҙы үтәп йәшәйҙәр.

— Тормош иптәшем Рәмил дин юлынан китеп, байтаҡ ваҡыт намаҙға баҫҡайны инде. Мин уны һәр яҡлап хуплап килһәм дә, 20 йыллап һуң баҫтым намаҙға. Хәҙер ниңә иртәрәк баҫманым икән тимен. Әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәләне яратып, унан ҡурҡып һәм киләсәктә биреләсәк ожмах баҡсаһына өмөтләнеп йәшәһә, төрлө насарлыҡтарҙан тыйыласаҡ. Был бит ғаиләләрҙең дә именлеге, тигән һүҙ, — ти Лена Мансур ҡыҙы. — Шуныһы һөйөнөслө, балаларыбыҙ ҙа, килен-кейәүҙәребеҙ ҙә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ ҙа дини ҡанундарға буйһоноп йәшәй.

Ауыл мәсетендә Ҡөрьән серҙәренә өйрәнеп, дини сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәре кеүек дингә килеп, намаҙға баҫыусылар менән аралашып йәшәүҙәренә сикһеҙ шат Ғариповтар. Өҫтәүенә, Яңы Йәлдәк ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнаша. Айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылып ғүмер итеүселәр байтаҡ был ауылда.

 — Хәтерләйем, беҙ бәләкәй саҡта нәнәйҙәр аҡ яулыҡлы, иманлы, яҡты теләкле була ине. Әсәйемдең дә сүрәләр уҡығаны, һәр эшен бисмилланан башлағаны иҫтә. Үҙебеҙҙең балалар ҙа атайҙарының намаҙ уҡығанын күреп, бергәләшеп Ислам дине тураһында һөйләшкәнде ишетеп үҫте. Әлһәмдулиллаһ, үҙҙәре лә биш ваҡыт намаҙҙы ҡалдырмай, ураҙа тота. Ошо үҙе ҙур бәхет бит. Бына Рамаҙан айы тамамланып бара. Аллаһҡа шөкөр, ураҙаларыбыҙ еңеллек менән тотола. Ауылыбыҙҙа йылдан-йыл ураҙа тотоусыларҙың артыуын күҙәтәбеҙ. Мәсеттә йыл һайын ифтарҙар үтә, ҡайһы ваҡыт ундай сараларҙа ултырырға урын да етмәй. Быныһы йәнә бер шатлыҡ, — тип һөйләй Лена Ғарипова.

Ғариповтар “Айыҡ ауыл” конкурсының ойоштороу комитетының да әүҙем ағзалары.

— Конкурс сиктәрендә үткәргән, ойошторған бөтә сараларҙың ҙа уртаһында ул Лена Мансур ҡыҙы. Икәү бергә әҙерләйбеҙ, ауылдаштарҙы йәлеп итәбеҙ, бергә үткәрәбеҙ. Иманлы, аҡыллы, белемле кешенең ихтирамы ла бар, һүҙе лә үтә, — ти мәҡәләм геройы тураһында Гәүһәриә Зарипова.

Ихтирам итәләр тигәндән, тормошон нәҡ Яңы Йәлдәк ауылы егете менән бәйләүен, ошо ауылда йәшәүен ҙур бәхет тип һанай Лена апай.

— Беҙҙең Йәлдәк бик матур ауыл бит ул. Тәбиғәте менән генә түгел, кешеләре менән дә һоҡланғыс. Яңы Йәлдәккә терәлеп торған Камилйән ауылында ла, Йәлдәккә күсеп, бирелә ике урында йәшәгәндә лә күршеләребеҙ, әйләнә-тирәбеҙҙә ғүмер иткән кешеләр бик яҡшы, ярҙамсыл, изге күңелле булды. Татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәйбеҙ, — ти Ғариповтар бер тауыштан.

Бының сере уларҙың үҙҙәренең дә яҡшы булыуында ла, сөнки “ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы”, тигән бит ата-бабаларыбыҙ. Изгелек сәсһәң, изгелек йыйып алырһың, тигән халыҡ мәҡәле Лена һәм Рәмил Ғариповтарға тулыһынса тура килә.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас