Башҡортостанда “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә туристик тармаҡ вәкилдәре өсөн белем биреү курсы тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Программала 20-гә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡатнашасаҡ. Улар - республика биләмәһендә теркәлгән һәм ошо өлкәлә эшмәкәрлек алып барған бизнес вәкилдәре. Уҡыу йомғаҡтары буйынса һәр ҡатнашыусы үҙенең экскурсия проектын әҙерләне. Йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үткән тыңлаусылар билдәләнгән өлгөләге квалификацияны күтәреү тураһында танытмалар алған.
Мәғариф программаһына заманса гид эшенең бөтә аспекттарын: хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәрен, профессиональ технологияларҙы, тыуған яҡты өйрәнеүҙе һәм төбәк компонентын, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе үҙ эсенә алған дүрт модуль ингән.
— Беҙҙең һөнәри гидтарыбыҙ башҡорт мәҙәниәте һәм Башҡортостандың уникаль тәбиғәт хазиналары донъяһына ысын оҙатыусыға әүерелә. Нәҡ уларҙың компетентлығы һәм тыуған яҡҡа һөйөүе арҡаһында туристар тәрән тәьҫораттар ала һәм, шул рәүешле республиканың социаль-иҡтисади үҫешен яҡлап, яңынан әйләнеп ҡайта. Улар Башҡортостандың үҙенә күрә илселәре булып хеҙмәт итә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!