Ураҙа ғәйетенә бәйле ҡайһы бер шарттарҙы һәм хупланған ғәмәлдәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек.
Байрам намаҙын уҡыу урынына (мәҫәлән, мәсеткә) иртәрәк ҡуҙғалырға тырышығыҙ. Өйҙән сығыр алдынан ғөсөл ҡойоноп, матур кейенеп, хушбуй менән һөртөнөү – сөннәт. Пәйғәмбәребеҙҙең йомалар һәм ике ғәйет өсөн айырым кейеме булған.
Ураҙаның тамамланыуына ишара итеп, мәсеткә юлланырҙан алда финик ашау хуплана. Әгәр өйөгөҙҙә финик булмаһа, ниндәйҙер башҡа емеш тә мөмкин.
Өйҙән сыҡҡандан алып имам хөтбә һөйләй башлағансы Аллаһ Тәғәләгә тәкбир әйтеү йолаһы ла бар. Ул ошолай яңғырай: “Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә иллә Аллаһ! Үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд!” Шулай уҡ мосолмандар был көндө бер-береһен ҡотларға тейеш.
Мәсеткә бер юл менән барып, икенсеһе буйлап ҡайтыу ҙа – сөннәт. Беренсенән, был байрамды киң ҡоласлы итеп күрһәтә, тәкбирҙәрҙе һәм зикерҙәрҙе төрлө урында ишеттерә. Икенсенән, хәҙис буйынса фекерләһәк, Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең Аллаһ ҡушҡанса йәшәүебеҙгә, ураҙа тотоп, ғәйеттәргә йөрөүебеҙгә күберәк урындар шаһитлыҡ ҡыласаҡ.
Байрамға ҡатындарҙы, балаларҙы ла алып барыу мөһим. Ураҙаһын тейешенсә тота алмағандары ла эйәрһен. Бөтөнләй тотмағандары ла, моғайын, теләктәшлек күрһәткәндер, ауыҙ асыуға ризыҡ булһа ла әҙерләшкәндер. Пәйғәмбәребеҙҙең “Раббыһының ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға йырағайта” (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан) һәм “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, ул шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел” (әт-Тирмизи йыйынтығынан) тигән һүҙҙәрен иҫебеҙҙә тотайыҡ.
Өммәттең нигеҙе – ғаиләләрҙә. Байрам мәлендә атай-әсәйҙәребеҙҙе, ҡатындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм башҡа яҡын кешеләребеҙҙе нисек тә булһа шатландырырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, махсус бүләктәр алып ҡуйып була. “Бүләктәр бирешегеҙ һәм бер-берегеҙҙе яратырһығыҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ (әл-Бохари йыйынтығынан). Әлбиттә, ул әйберҙәрҙең ҡиммәтле булыуы мотлаҡ түгел. Иң мөһиме – Аллаһ ризалығы өсөн яҡындарыңдың күңелен күтәреү.
Рамаҙан айы мәктәбен үтеп, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолғандан һуң кире элекке хәлгә ҡайтыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Артабан тағы ла яҡшыраҡ кешеләр булырға тырышайыҡ, камиллыҡҡа ынтылайыҡ. Артабан Шәүүәл башлана, был айҙың да мосолмандар өсөн әһәмиәте бик ҙур. “Кемдер Рамаҙанды ураҙа тотоп уҙғарып, Шәүүәлдең алты көнөндә лә шул ғибәҙәтен дауам итә икән, уға йыл буйы ураҙа тотҡан кеүек сауап яҙылыр”, – тигән хәҙис бар (Әхмәд, Әбү Дауыт һ.б. китаптарынан).
Раббыбыҙ Рамаҙанда ҡылған изге ғәмәлдәребеҙҙе, ғибәҙәттәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылып, рәхмәтен насип әйләһен. Ураҙаларыбыҙ беҙҙе Уттан һаҡлап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә булһын.
Иртәгәгә, 19 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.