Юбилярҙарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Иҫке Мутабаш ауыл биләмәһе башлығы Радмир Ғәлиәкбәров ҡотлап, изге теләктәрен еткереп, матур бүләктәр тапшырҙы. Ауылдаштарына бар яҡлап та өлгө булып йәшәгән ғаилә парына күп йыллыҡ тырыш хеҙмәттәре, үҙҙәре кеүек уңған, тәрбиәле балалар үҫтергәндәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙеләр. Юбилярҙарҙың шатлығын бүлешергә балалары, күршеләре, туғандары ла килгәйне.
- Балаларыбыҙ һәр береһе белем алып, һөнәрле булып, ғаилә ҡороп, үҙ тормошо менән йәшәй. Әлеге ваҡытта 14 ейән-ейәнсәргә, ике бүлә-бүләсәргә өләсәй һәм олатай булып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, бәхетле ғүмер кисерәбеҙ. Балаларыбыҙ, аллаға шөкөр, тырыш булды. Бер ҡыҙға һәм биш улға ғүмер бирҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килде, 15 йәшлек сағында улыбыҙ Фидан фажиғәле рәүештә мәрхүм булды. Ҡыҙыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа хәлебеҙҙе белеп, эшебеҙҙә ярҙамлашып тора. Киләсәктә лә бер-беребеҙгә кәрәк булып, балаларыбыҙға терәк булып йәшәргә яҙһын, — тине Әлфинә Имаметдин ҡыҙы.
Нурсинә Әхмәрова.
Автор фотолары.