Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март , 19:35

Барыһы ла Еңеү өсөн!

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто журналистары махсус хәрби операция зонаһы өсөн сираттағы гуманитар ылау ойошторҙо.

Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто журналистары махсус хәрби операция зонаһы өсөн сираттағы гуманитар ылау ойошторҙо.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә республика журналистары эшенең мөһимлеген айырым билдәләп үткәйне. Ул мәғлүмәт һуғышындағы тырышлыҡтарын юғары баһаланы.  Шулай уҡ хәрби хәбәрселәрҙең материалдары киң йәмәғәтселек тарафынан йылы ҡабул ителеүен, Башҡортостан хәбәрселәренең федераль журналистар менән бер рәттән МХО тарихын яҙыуға ҙур өлөш индереүен һыҙыҡ аҫтына алды.

Һөнәри эшмәкәрлектәренән тыш, республика журналистары гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк улар маскировка селтәрҙәре, буржуйка һәм окоп шәмдәре эшләй, шулай уҡ кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн аҡса йыя - айырыуса иғтибар хәҙерге һуғыш яланында төп роль уйнаған дрондарға һәм тепловизорҙарға бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуар аҙағында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәре  республиканың Журналистар союзы менән берлектә фронт өсөн аҡса йыйыу иғлан иткәйне. Һөҙөмтәлә республиканың гәзит -журналдары редакциялары тырышлығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дрон, тепловизор, мотоцикл һәм генератор һатып алыуға 600 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Уҙған аҙнала ошо әйберҙәр “Башҡортостан” полкы яугирҙәренә һәм республиканан мобилизацияланған егеттәргә тапшырылды.

"Бөгөнгө шарттарҙа заманса ҡорамалдарҙың һәм технологияларҙың ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Алғы һыҙыҡтағы егеттәр менән аралашҡандан һуң быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Был юлы беҙ тап дрондарға һәм тепловизорҙарға баҫым яһап дөрөҫ эшләнек, улар беҙҙең яугирҙәрҙең именлеген тәьмин итеүгә ярҙам итәсәк”, — тип билдәләне “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина. Ул Нәшриәт йортона ҡараған бөтә редакциялар вәкилдәренә битараф булмағандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Республикабыҙ журналистарының аныҡ гражданлыҡ позицияһын күрһәтеүенә бик шатмын, - тип билдәләне республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов. - Беҙ фронтҡа алып барған бөтә нәмәләр ҙә бик кәрәк. Генераторҙы шунда уҡ ялан кухняһының эшен тәьмин итеү өсөн алдылар, ә дрондарҙы “Башҡортостан” полкының БПЛА взводы командирына шәхсән тапшырҙыҡ. Бөтә хеҙмәттәштәремә рәхмәт белдерәм. Беҙҙең көс – берҙәмлектә!

Фото: “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто.

 

Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Автор:
Читайте нас