Упҡанкүл ауылында Зәбир Ғарифйән улы Ғүмәровтың крәҫтиән-фермер хужалығындла булды. Бында 160 баш эре мөгөҙлө мал һәм 18 ат аҫрала. Малсылыҡтан тыш, фермер иген культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә. Динис Рәдис улы етәкселәр менән иген келәтен ҡарап сығып, хужалыҡтың ағымдағы эшен, үҫеш пландарын һәм перспективаларын тикшерә.
Ҡарткиҫәк ауылында Харисовтар ғаиләһенең хужалыҡтарында була. Вадим Әлфис улының һарыҡсылығы уңышлы үҫешә: хужалыҡта бөгөн 208 һарыҡ бар. Уның улы, Илназ Вадим улы, йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә, мал һаны 82 ат тәшкил итә.
Динис Рәдис улы шулай уҡ Абраров Данис Шәрип улының крәҫтиән-фермер хужалығында була. Уның төп эш йүнәлеше эре мөгөҙлө мал үрсетеү һәм һөт етештереү. Хужалыҡта 112 баш һыйыр малы аҫрала.
Фермер хужалыҡтарының һәр етәксеһе менән Динис Рәдис улы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек: техниканың әҙерлеге, орлоҡ һәм яғыулыҡ-майлау материалдары булыу-булмауы, сәсеү буйынса пландар тураһында һөйләшә.
“Районда шундай тырыш һәм битараф булмаған кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра. Уларҙың ныҡышмалылығы, үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы арҡаһында ауыл хужалығы үҫешә, район иҡтисады нығый. Фермерҙарыбыҙға еңел булмаған, әммә бик мөһим хеҙмәте өсөн рәхмәт — нәҡ ошондай кешеләр Асҡын районының таянысы һәм ғорурлығы булып тора”, — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрендә район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы.