Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 11:45

“Мин иҫән! Һеҙҙе бик яратам!”

"Ҡатыныма шылтыратам, йүнләп һөйләшә алмайым, тамаҡҡа нимәлер килеп тығыла, күҙ йәштәре ирекһеҙҙән аға. “Мин иҫән! Һеҙҙе бик яратам”, тип кенә әйтә алдым".

“Мин иҫән! Һеҙҙе бик яратам!”
“Мин иҫән! Һеҙҙе бик яратам!”

“Сударь”позывнойлы яугир 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана. Херсонда хеҙмәт итә, ә март айында Константиновка йүнәлешенә ебәрелә. Әҙерлек үткәндән һуң ике иптәше менән хәрби задание үтәргә китә. Инструктаж үткәрелә, бурыс аңлатыла.

“Тик 1,5-2 километр үтеү менән беҙҙең квадрат буйынса миномет һөжүм итә башланы. Йәшендек, элемтәне тергеҙҙек. Командир төндө ошонда үткәрергә рөхсәт бирҙе. Команда составы беҙҙең иң яҡшыһы! Аныҡ, уйланылған ҡарар бирә белеү фронтта алтынға бәрәбәр”, –ти ”Сударь” хеҙмәттәштәре хаҡында.

Иртән көсөргәнешле маршрутты дауам итәләр, бер нисә тапҡыр дошман дрондары күренә, тик һөжүмдәре уңышһыҙ тамамлана. Кискә табан беркетелгән позицияға барып етәләр, ял итергә туҡтайҙар. Унан һуң яугирҙәргә канал аша сығып, терәк пунктын алырға һәм урында нығынырға кәрәк була. Канал – киңлеге 20, тәрәнлеге алты метр тәшкил иткән, километрҙарға һуҙылған бетон ҡоролма. Элек каналдар сәсеүлектәрҙе һуғарыу өсөн һыу менән тултырылған булған, хәҙер ул буш. Уның өҫтөн дошман дрондары һағалай, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә – пулемет нөктәһе.

Ниндәйҙер мөғжизә менән яугирҙәр канал аръяғына сыға ала. Өҙлөкһөҙ ут аҫтында пулемет нөктәһенең координатын тапшыралар. Шунда уҡ артиллерия телгә килә. “Аҙаҡ билдәле булыуынса, дошман беҙҙең төркөмдәрҙең береһен шәйләп ҡалып, ут асҡан икән. Беҙ пилотһыҙ осоу аппараттарының һиҙгер контролендә хәрәкәтте дауам иттек.

"Хәрби бурыстарҙың береһе – терәк пункты. Дошманды ҡыйраттыҡ, тик бында нығынып булманы, сөнки ул янып юҡҡа сыҡты. Киләһе пункттың координаттарын алып, йәнә юлды дауам иттек. Гранаталар ярҙамында был нөктәне лә алдыҡ. Беҙгә бирелгән дошман һалдатын бәйләнек, икенсеһенә медицина ярҙамы күрһәттек. Командирға барыһы тураһында ла хәбәр иттек. Сираттағы бурыс –  дошман блиндажын хәүефһеҙ, уңайлы итеү өсөн яҡшы йыһазландырыу. Төнгө күреү камераһын ҡуйҙыҡ, уны беҙгә дрон ярҙамында тапшырҙылар.

Кискә табан тубыҡ шеште, ҡаҙалған ярсыҡты тартып сығарҙыҡ, егеттәр яраны эшкәртте, бәйләне. Мин ҡыҙыулыҡ менән яраланғанымды ла һиҙмәгәнмен. Бер нисә көндән тағы бер төркөм килде. Улар ял иткәс, артабан юлдарын дауам итте. Шулай итеп, яңы эш схемаһы барлыҡҡа килде: элекке дошман блиндаждарын үҙебеҙ өсөн файҙаланыу. Хеҙмәттәштәремде заданиелар биреп, төрлө йүнәлештәргә ебәрҙеләр. Ҡырҡ көндән һуң миңә кире ҡайтырға бойороҡ бирелде, тик мин яралы аяҡ һәм күк йөҙөндәге “ҡарсыға”лар арҡаһында юлға сыға алманым. Сыҡһам да барып етә алмаҫ инем”, – тип хәтерләй “Сударь”.

Шулай итеп, ул бер үҙе ҡала. Әммә төркөмдәр килеп тора, бергәләп  хәрби маршруттар төҙөйҙәр, рация аша командиры менән бәйләнеш тота. Аҙыҡ һәм дарыуҙарҙы дрондар ташлай. Аяғы аҙыраҡ йүнәлеү менән үҙенең хеҙмәттәштәре янына юл тота. Күҙәтеү пунктында егеттәре ҡаршы ала. “Миңә ашарға әҙерләнеләр, туғандарыма шылтыратырға элемтә булдырҙылар. Биш-ун минуттан 120-се миномет килеп етте. Хоҙай ярҙам иткәндер, моғайын... Иҫән ҡалдым. Ҡатыныма шылтыратам, йүнләп һөйләшә алмайым, тамаҡҡа нимәлер килеп тығыла, күҙ йәштәре ирекһеҙҙән аға. “Мин иҫән! Һеҙҙе бик яратам”, тип кенә әйтә алдым. Бер нисә сәғәттән һуң ғына, хәүефһеҙлектә икәнемде белгәс кенә, яңынан шылтыраттым”, – ти “Сударь”.

16 июндә яугирҙе фронт сигенә оҙатыу өсөн квадрокоптер ебәрәләр. Мунса яғып йыуындыралар, тәртипкә килтерәләр, ял иттерәләр һәм полигонға инструктор булып эшләргә ебәрәләр. Ике айҙан һуң штурмлау бүлексәһенең командиры званиеһында хеҙмәтен дауам итеү өсөн хеҙмәттәштәре янына әйләнеп ҡайта. 100 килограмм ауырлығындағы яугир 40 килограмм ауырлығын юғалта.

 - Стресс мәлендә әллә ни ашағы килмәй икәнен белдем. Ғәҙәттәге һыуҙың да ниндәй тәмле булыуын, ғаиләмде нисек ныҡ яратҡанымды аңланым. Һәр кис ҡатынымдың фотоһы төшкән жетонды үбәм, балаларымдың, әсәйемдең, ағайымдың фотоларын ҡарайым һәм уларға тыныс йоҡо теләйем, иртән яңынан башлана – был юлы хәйерле көн теләйем, – ти яугир.

“Сударь” Салауаттағы 14-се мәктәптә уҡыған, 19-сы һөнәрселек училищеһын тамамлаған, “Акрил Салауат” предприятиеһында дистанцион идара итеү пульты операторы булып эшләгән. Өйҙә уны туғандары, дуҫтары һәм ғаиләһе көтә.

Фото: шәхси архивтан.

“Мин иҫән! Һеҙҙе бик яратам!”
“Мин иҫән! Һеҙҙе бик яратам!”
Автор:
Читайте нас