Яңы майҙансыҡ Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында урынлашҡан. Был үҙәк Абхазияның үҙенсәлекле мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған студенттар һәм тикшеренеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы урын буласаҡ. Ул шулай уҡ Башҡортостан вуздарында белем алған Абхазия студенттары өсөн тыуған йорт йылыһын тойорға мөмкинлек биргән, уларҙың милли үҙенсәлектәрен һәм тел мөхитен һаҡлау урыны булыр, тип күҙаллана.
Абхазия Республикаһы Премьер-министры Владимир Делба сәләмләү һүҙендә билдәләүенсә, был ваҡиға ике республика араһындағы әүҙем диалогтың логик дауамы, иҡтисади һәм мәғрифәти хеҙмәттәшлек өсөн нигеҙ булып тора.
– Һис шикһеҙ, хәҙерге донъяла халыҡтар берҙәмлеге – үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең иң мөһим аспекты. Дуҫтарса мөнәсәбәттәр тиҫтәләгән йылдар дауамында барлыҡҡа килде һәм бөгөнгө сара – Рәсәй-Абхазия үҙәген асыу – киләсәк быуын һөйләйәсәк тарихи фактҡа әүереләсәк. Өфөлә ике республиканың, уларҙың халҡының мәҙәниәтен таныу мөмкинлеге барлыҡҡа килеүенә бик шатмын, – тип билдәләне үҙәкте асыу тантанаһында Владимир Делба.
Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаров туғандаш халыҡтар араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә әлеге ваҡиғаның мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
– Шуны билдәләп үткем килә: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт-абхаз мөнәсәбәттәренә ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн беҙ туғандаш Абхазияға – боронғо тарихҡа, бай йолаларға һәм йомарт күңелле халыҡ йәшәгән илгә табан тағы бер аҙым яһайбыҙ. Был майҙансыҡ яңы идеялар, ныҡлы дуҫлыҡ һәм берлектәге ҙур проекттар тыуасаҡ урынға әйләнһен, – тине Андрей Назаров һәм үҙәкте асыуҙа ярҙам иткәне, уникаль экспонаттар биргәне өсөн Абхазия яғына рәхмәт белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө вуз-ара кампусында Ҡытай теле үҙәге һәм Рәсәй-Иран үҙәге уңышлы эшләп килә. Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге белем биреү һәм мәҙәни эшмәкәрлек алып барыу өсөн күп функциялы майҙансыҡҡа әүереләсәк. Кампуста асылған халыҡ-ара үҙәктәрҙең уңышлы эш тәжрибәһенә таянып, бында студенттар өсөн лекциялар һәм семинарҙар үткәреү планлаштырыла. Танылған яҙыусы, рус һәм абхаз әҙәбиәте классигы Фазыл Искәндәрҙең хәтерен мәңгеләштереү айырым урын биләйәсәк. Уның ижады филология факультеттары студенттары өсөн лекцияларҙың төп темаһы буласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә бында Фазыл Искәндәр бюсын ҡуйыу күҙаллана.
Шулай уҡ ҡунаҡтар Фазыл Искәндәрҙең әҫәрҙәренән, Рәсәй һәм Башҡортостан авторҙарының Абхазия менән бәйле материалдарынан һәм китаптарынан торған әҙәби экспозицияны ҡараны. Осрашыу һуңында Абхазия Республикаһы Премьер-министры Владимир Делба фәнде, мәғарифты һәм заманса технологияларҙы берләштергән вуз-ара студенттар кампусы менән яҡындан танышты.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru