Һуңғы ваҡыт әсәйегеҙҙең бер үк нимәне ҡабат-ҡабат һорауын абайлайһығыҙмы? Ә һәр саҡ йыйнаҡ күренгән атайығыҙ йә асҡысын юғалта, йә плитәләге сәйҙе һүндерергә онота. Йыш ҡына был ҡылыҡтарҙы беҙ арыуға, иғтибарһыҙлыҡҡа йә иһә насар кәйефкә бәйләйбеҙ. "Ҡалай итәһең, йәштәре бара бит",- тип, үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ. Әммә йыш ҡына беҙ "ваҡ-төйәк" тип һанаған был билдәләр артында деменция сиренең башланып тороуын күҙалларға мөмкин. Уларҙы ваҡытында иғтибарлау бик мөһим.
Деменция - ул склероз йә иһә ғәҙәти ҡартайыу түгел. Ул - хәтерҙең, фекерләү ҡеүәһенең юғалыуы, һанау, телмәрҙе аңлау һәләтен юғалтыу. Ул - холоҡ үҙгәреү, тормошҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтыу йә иһә ҡыҙыу холоҡлоға әйләнеү. Йыш ҡына был үҙгәрештәрҙең сәбәпсеһе булып Альцгеймер сире тора. Был үҙгәрештәрҙең яҡындарығыҙҙа йыш күҙәтелә башлауы һеҙҙе шомға һалырға тейеш.
Хәтер һиҙҙермәй генә юғала. Кеше тәүҙә күҙлеген, йә иһә асҡысын ҡайҙа һалғанын онота башлай. Тора-бара уларҙың ни өсөн кәрәклеген дә хәтерләй алмай. Ҡабат-ҡабат бер үк һорауҙарҙы бирә. Кисәге генә түгел, ике сәғәт элек кенә булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы ла иҫләмәй. Ориентацияһы юғала. Ауырыуға үҙе йәшәгән урам аша сығыу ҙа, магазинға тиклем барып ҡайтыу ҙа ҙур проблемаға әйләнә. Шулай уҡ ваҡыт эсендә лә бутала: уға көндөң ҡайһы мәле, аҙнаның нисәнсе көнө, хатта йылдың ҡайһы миҙгеле икәнен дә иҫләүе ауырлаша.
Үҙен-үҙе хеҙмәтләндереү ҙә ҡыйынлаша. Элек өйрәнелгән бер ҡалып буйынса башҡарған эштәрҙе үтәүҙә ауырлыҡтар тыуа: рецептарҙы, квитанцияларҙы аңлау, көнкүреш техникаһының айышына төшөнөү ҙә ҡатмарлы.
Һөйләү, фекерләү ҡеүәһе үҙгәрә. Ауырыу һөйләшкәндә кәрәкле һүҙҙе таба алмай йонсой, фекер ебен юғалта. Көндө планлаштырыу, ябай көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү ҙә проблемаға әйләнә.
Тәртибе һәм кәйефе үҙгәрә. Быға тиклем ҡыҙыҡһындырған шөғөлдәргә ҡарата битарафлыҡ барлыҡҡа килә, өйҙәге тәртипкә, өҫ-башына ҡарата ла ҡул һелтәп ҡарау өҫтөнлөк ала. Ваҡыты-ваҡыты менән нигеҙһеҙ шикләнеүсәнгә, шомлоға, ҡыҙыу холоҡлоға (агрессивҡа) әйләнә.
Күптәр "деменция" диагнозы ҡуйылыуҙан ҡурҡа һәм табипҡа мөрәжәғәт итеүҙе һуҙа. Әммә был сирҙе мөмкин тиклем алдан абайлау һәм ваҡытында дауалай башлау - мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмау, тигәнде аңлата. Хәҙер деменцияны дауалау өсөн, бигерәк тә башланыу стадияһында, препараттар һәм терапия ысулдары етерлек. Шулай уҡ баш мейеһенең эшмәкәрлеген көйләү өсөн булышлыҡ итә торған махсус күнегеүҙәр ҙә бар. Дауалауҙы ваҡытында башлаған осраҡта ауырыу үҙе киләсәген планлаштырыуҙа, юридик, финанс һорауҙарын хәл итеүҙә ҡатнаша ала. Был да бик мөһим. Сөнки ваҡытынды күрһәтелгән ярҙам уның үҙенә хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит булдырыу мөмкинлеген дә бирә.
Яҡындарығыҙҙа ауырыуҙың тәүге билдәләрен һиҙеп ҡалғас та ни эшләргә? Иң беренсе тынысланырға: паникаға бирелмәҫкә һәм бер кемде лә ғәйепләмәҫкә. Ауырыу махсус рәүештә эшләмәй быны. Икенсе аҙым: табипҡа яҙылырға. Тәүҙә неврологҡа йә иһә геронтологҡа барырға. Белгес, тейешле тестар үткәреп, дөрөҫ диагноз ҡуйыр өсөн кәрәкле тикшереүҙәр билдәләйәсәк. Артабан өйҙә хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ: плитәнең төҙөклөгөн тикшерегеҙ, тайғаҡ келәмдәрҙән ҡотолоғоҙ, уңайлылыҡ өсөн ябай ғына хәтергә төшөрөүсе яҙыуҙар элеп сығығыҙ. Үҙегеҙгә лә ярҙам кәрәклеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Деменция менән сирле яҡындарҙы хәстәрләү еңел эш түгел. Социаль хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итеүҙән ҡыйынһынмағыҙ, деменция менән сирләүселәрҙең яҡындарын берләштереүсе төркөмдәр табығыҙ, туғандар араһында бурыстарҙы бүлешегеҙ.
Оло йәштәге атай-әсәйҙе ҡарау - ул яҡынығыҙҙың күңел торошон хәстәрләү ҙә. Ошондай иң беренсе иҫкәртеүҙәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмау - яҡынығыҙҙың аңлы, сифатлы ғүмер йылдарын оҙайтыу ул.
Гүзәл БАЙБУЛАТОВА,
врач-психотерапевт.