Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 14:30

Беҙҙең университетта БПЛА операторҙары әҙерләнә

Уҡыу үҙәгендә FPV‑дрондар һәм разведкалау, күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары бар.

Беҙҙең университетта БПЛА операторҙары әҙерләнә
Беҙҙең университетта БПЛА операторҙары әҙерләнә

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу дауам итә. Уҡытыу мини-дрондарҙа осоуҙан башлана – улар ҡағылыуҙан һәм йығылыуҙан һаҡланған, хаҡтары һатып алырлыҡ һәм сикләнгән арауыҡта осоу мөмкинлеген бирә.  

Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыуҙар үҙәгендә “Пилотһыҙ осоу аппараты операторы” белгеслеге буйынса уҡыуҙар дауам итә. “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының “Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проектына (федеральный проект “Кадры для беспилотных авиационных систем” национального проекта “Беспилотные авиационные системы”) ярашлы, студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә һәм дрондарҙы хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Был хаҡта республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр.

Программа комплекслы уҡыуҙы тәьмин итә: студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итергә өйрәнеп кенә ҡалмай, уларҙы шулай уҡ ялан шарттарында хеҙмәтләндерергә өйрәнә.  

 – Программа баштан алып тулыһынса, хәрби хәрәкәттәр тәжрибәһен һәм осоу буйынса белемен иҫәпкә алып, эшләнгән. Быға тиклемге вазифам самолетта штурман булды, шуға күрә программаны төҙөгәндә барлыҡ үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алдым, – тип хәбәр итте Өфө фән һәм технологиялар университетының радиоэлектроника ҡорамалдары кафедраһы уҡытыусыһы Павел Морозов.

Уҡыу үҙәгендә FPV‑дрондар һәм разведкалау, күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары бар. Курсты тамамлағас, август аҙағында пилотһыҙ осоу аппараттары операторы таныҡлығын аласаҡтар. Ошонан һуң белгестәр Рәсәй Оборона министрлығының мобилизациялау резервына алынасаҡ. Алынған белемде граждандар өлкәһендә – ауыл хужалығында, төҙөлөштә һәм авария-һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәтендә – файҙаланып буласаҡ.

Сығанаҡ: БР Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор: Айһылыу Низамова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-03-16/be-e-universitetta-bpla-operator-ary-erl-n-4615821

Автор:
Читайте нас