Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 10:05

ҒАИЛӘЛӘР - ХӘСТӘРЛЕКТӘ

БР Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтә төр дәүләт ярҙамы менән 192 мең ғаилә ҡуллана.   Тулыраҡ: 

ҒАИЛӘЛӘР - ХӘСТӘРЛЕКТӘ
ҒАИЛӘЛӘР - ХӘСТӘРЛЕКТӘ

Ғаиләләр танылыу алырға теләй. Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уларға иғтибарҙы тағы ла арттырыу мөмкинлеге лә ул.

БР Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтә төр дәүләт ярҙамы менән 192 мең ғаилә ҡуллана. Үткән йыл эсендә Башҡортостанда шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә 1917 льготаға эйә кеше бушлай ер булеме алған. Дөйөм ер һәм альтернативалы бер тапҡыр бирелә торған түләү (250 мең һум) менән тәьмин ителеү 83 процентҡа еткән. Шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә 366 ер участкаһы тапшырылған. Шулай уҡ һуңғы биш йылда күп балалы ғаиләләр һаны артыуы билдәләнә. Улар 14 меңгә, йәғни 23,6 процентҡа күбәйгән.
Йәмғеһе төбәктә 40-ҡа яҡын дәүләт ярҙам төрө эшләй, улар 192 мең ғаиләгә бирелә. Дөйөм финанслау күләме 14 млрд һумдан артыҡ. Уларға шулай уҡ килем һанын иҫәпкә алмайынса бирелә алған льготалар - мәҫәлән, колледждарҙа түләп уҡыуҙы компенсациялау, уҡыусыларҙың бушлай юлда һәм музейҙарға йөрөүе инә.
"Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы йәмғиәттә күп быуынлылыҡҡа, ғаилә йолаларына, уларҙың диалогына ярҙам итеү мохтажлығын формалаштыра. Ҙур һәм татыу ғаилә бөгөнгө көндә республиканың ғына түгел, ә дөйөм илдең тотороҡлоғона һәм көсөнә нигеҙ булғанлығын аңлауға килтерә", - ти БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина.

Элина ӘХМӘТОВА.

 

#КискеӨфө

Автор:
Читайте нас