Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март , 14:45

Хеҙмәт итергә атлығып торалар

Һалдатҡа БПЛА-ны энәһенән ебенә тиклем белеү ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.    

Хеҙмәт итергә атлығып торалар
Хеҙмәт итергә атлығып торалар

Заман башҡа - заң башҡа, тибеҙ. Ҡасандыр күп нәмәне хәл иткән һәнәк һуғышы тарих төпкөлөндә генә тороп ҡалды. Ҡылыс һәм һөңгө алышы тураһында ла шулай әйтә алабыҙ. Ул осорҙағы мәхшәрҙе китаптарҙан уҡып беләбеҙ, кинофильмдар аша танышбыҙ. Артабан уларҙы пушка, пулемет, мылтыҡ кеүек хәрби ҡоралдар алмаштырҙы.

Әле окоптан сыҡҡан командирҙың пистолетын ҡулына тотҡан килеш дошманға ҡаршы ташланып, "алға!" тип ҡысҡырыуынан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Боронғо осорҙағы ҡан-ҡойош менән хәҙерге алышты сағыштырһаҡ, айырма ер менән күк араһы. Бөгөн – дрондар һуғышы ваҡыты. Ябай итеп аңлатҡанда, һуғыш майҙанынан бик йыраҡта ултырып та, дошманды ҡыйратыу бер ни тормай.

Ысынлап та, әле барған махсус хәрби операция биләмәһендә дошман менән һуғышты пилотһыҙ осоусы аппаратһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Рәсәйҙә улар күпләп етештерелә, ниндәй генә төрө юҡ. Самолетты хәтерләткәне, вертолетҡа оҡшағаны һәм ҡатнаш (гибрид) төҙөлгәне шуға асыҡ миҫал.

Бына ошо пилотһыҙ осоусы аппарат менән кемдәр идара итә? Әлбиттә, операторҙар. Бында иң мөһиме тиҙлек һәм тәғәйен урынға барып етеү ҙур роль уйнай. Һалдатҡа БПЛА-ны энәһенән ебенә тиклем белеү мотлаҡ.

Башҡортостанда ла ошо юҫыҡта Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттарына операторҙар әҙерләү буйынса тактик һәм махсус тактик үҙәк асылды. Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафына баҫыу өсөн контракт төҙөүселәргә уҡыуҙар бушлай ойошторолған.

Рәсәй Оборона министрлығының киңәйтелгән ултырышында яңы ғәскәр төрө – пилотһыҙ системалар ғәскәре төҙөү тураһында рәсми иғлан ителде. Шулай итеп, Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә пилотһыҙ системалар ғәскәре төҙөлә. Уның барлыҡҡа килеүе – замана талабы. Әйткәндәй, ул илебеҙҙәге бүтән төр ғәскәрҙәр араһында элиталыларҙан һанала, шуға күрә лә үҫмер уға эләгергә тырыша.

Пилотһыҙ системалар ғәскәре начальнигы урынбаҫары Сергей Иштуғанов билдәләүенсә, яңы ғәскәр төрөнөң структураһы бар, етәксе тәғәйенләнгән, бөтә кимәлдә лә хәрби идара итеү органы төҙөлгән. Бөгөн һалдаттарҙың ҡайһылары дрондар менән идара итә, шулар пилотһыҙ системалар ғәскәрен тулыландыра ла инде.

Махсус хәрби операцияла пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ундағы һалдаттар хәрби хәрәкәттәрҙе пилотһыҙ системалар ярҙамында һауала, һыуҙа һәм ерҙә алып бара. Маҡсаты – пилотһыҙ комплекстарҙы ҡулланып, хәрби операция ойоштороу.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре түбәндәге бурыстарҙы үтәй. Беренсенән, һалдат идара иткән дрондар дошман территорияһына ерҙән, һауанан һәм диңгеҙ аша еңел генә үтеп инә, икенсе төрлө әйткәндә, теге яҡҡа разведкаға сыға ала. Мәҫәлән, шунда саҡта пилотһыҙ осоу аппараты оҙайлы рәүештә күҙәтеү ойоштора, үҙ сиратында, ундағы мәғлүмәтте асыҡ итеп видеоға төшөрөп, был яҡҡа оҙата. Бынан тыш техниканың ҡайҙа туҡталыуын, ҡайһы тарафтарға ҡарай хәрәкәт итеүен дә, дошман нығынған позицияны ла теүәл итеп еткерә. Шулай уҡ хәрби хәл-тороштоң картаһын төҙөгәндә лә уның ярҙамы бик ҙур.

Икенсенән, ниҙелер утҡа тотоуҙа ла ул алмаштырғыһыҙ. Дронды эшкә ҡушып, хәрби техниканың, дошман нығытмаһының көлөн күккә осорорға була. Уны ҡулланып, дошмандың идара итеү системаһын юҡҡа сығарырға мөмкин, коммуникацияһына зыян килтерергә була. Тотош ротаны юҡҡа сығара, бәйләнеште өҙә ала...

Өсөнсөнән, алғы һыҙыҡҡа, тимәк, ҡыйынлыҡ менән үтеп инә торған, хатта инеп булмаҫлыҡ урындарға ла, ул боеприпас, аҙыҡ-түлек, медикамент һәм башҡа кәрәк-яраҡ ташый. 

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә кемдәр хеҙмәт итә? Яңы ғәскәргә иң беренсе техниканы биш бармағы кеүек яҡшы белгәндәргә юлдар асыҡ. Операторҙар, айтишниктар, элемтәселәр, радиоинженерҙар, РЭБ-тар (радиоэлектроника менән көрәшеү саралары), шулай уҡ психик яҡтан тотороҡлолар, сос, отҡор, өлгөр кеүек сифаттарҙы үҙ иткәндәрҙе алалар. Ниндәй генә баҫым булғанда ла, дрон менән оҫта идара итергә белергә тейешһең, киҫкен хәл-ваҡиғанан сығыу юлын да белеү кәрәк, яуҙаштарың менән бәйләнеш тоторға ла.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор: Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас