Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март , 14:35

Беҙҙең бурыс — берҙәмлекте һаҡлау

160-тан ашыу милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәһен. 

Беҙҙең бурыс —  берҙәмлекте һаҡлау
Беҙҙең бурыс — берҙәмлекте һаҡлау

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм  идара итеү академияһында «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ағзалары өсөн «Милләт-ара һәм конфессия-ара процестар менән идара итеү стратегияһы» темаһына квалификация камиллаштырыу курсы үтте.

Яңы белем алыу өсөн Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының муниципаль бүлексәләре етәкселәре, милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр килде. Башҡортостандың төрлө райондары һәм ҡалалары вәкилдәре урындарҙа эшләү өсөн белемен камиллаштырҙы.

Курсты асып, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны.

- Беҙҙең дөйөм бурыс - 160-тан ашыу милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән республикала халыҡтың берҙәмлеген һаҡлау. Стратегия традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау тураһында һөйләй, беҙ уларҙы йәштәргә еткерергә, тел сәйәсәтенә иғтибар итергә, тарихты яңынан яҙырға маташҡан тышҡы хәүефкә ҡаршы торорға, халыҡтар араһында ыҙғыш ҡуҙғатырға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ.

Беҙҙең бурыс — милли мәҙәниәт үҙәктәре, район хакимиәттәре һәм Ассамблеяның берҙәм, аныҡ көйләнгән механизм кеүек эшләүенә булышлыҡ итеү, - тине Гөлнур Ҡолһарина.

Квалификацияны камиллаштырыу буйынса өҫтәмә профессиональ программаны тормошҡа ашырыу барышында лекциялар менән Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр сығыш яһаны.

Көнүҙәк темаларҙы ентекләп тикшерҙеләр: терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы тороу; дәүләт милли сәйәсәтенең заманса стратегиялары, республикала дини-конфессиональ мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлектәре; этноконфессиональ конфликттарҙы хәл итеүҙең һөҙөмтәле юлдары һәм башҡалар.

Курс тыңлаусыларына квалификацияһын күтәреү тураһында таныҡлыҡ тапшырылды. Ә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһенең яңы ағзалары таныҡлыҡ алды.

Курс Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе тарафынан  Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм  идара итеү академияһы менән берлектә ойошторолдо.

Илшат Әхмәтов фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2026-03-14/be-e-burys-ber-mlekte-a-lau-4614151

Беҙҙең бурыс —  берҙәмлекте һаҡлау
Беҙҙең бурыс —  берҙәмлекте һаҡлау
Беҙҙең бурыс —  берҙәмлекте һаҡлау
Беҙҙең бурыс — берҙәмлекте һаҡлау
Автор:
Читайте нас