Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март , 10:45

Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте

Асҡын районы эшҡыуарҙары  үҙәк мәсеттә ихлас күңелдән ифтар мәжлесе ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы.

Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте

Изге Рамазан айында ураҙа тотоусыларға ифтар ашы әҙерләү – ҙур сауап.  Эшҡыуарҙар  ихлас күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы.

"Ошо Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр, тип әйтелә. Шуға ла  ҡатын-ҡыҙҙар берҙәм булып, матур байрам табыны ойошторҙо", — ти урындағы мөслимәләр.

 Ифтарҙа ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов сәләмләне. Динис Рәдис улы  бындай сараның шәфҡәтлелек билдәһе булыуҙан тыш, ватандаштарҙы дөйөм ҡиммәттәр тирәләй туплауы, илһөйәрлек, тарихыбыҙға һәм хәҙергебеҙгә ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләүе тураһында әйтте. Тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуҙарын  һәм киләсәктә лә шулай изге байрамдарҙа, тыныслыҡ-именлектә генә осрашырға яҙһын, тигән теләктәрен еткерҙе.

Тыныс, бәрәкәтле тормош, илебеҙгә именлек теләп, имам-хатиб аяттар уҡыны,  артабан вәғәздәр тыңналынды.

“Берҙәмлектә — көс! Был изге айҙа ҡылған доғаларыбыҙ, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын. Хөрмәт итеп килгән бар ҡунаҡтарға һәмдә ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, табындарыбыҙ һәр ваҡыт шулай бай, дуҫлыҡ ептәребеҙ ныҡ булһын!"  — тип  таралашыты  ифтарға йыйылыусылар.

Рамазан айы мөбәрәк булһын, сауаптарын насип итһен!

Наилә Имаева.

Мөршиҙә Хәсәнова фотолары.

Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Асҡын мәсетендә ифтар мәжлесе үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас