Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март , 15:45

Һөйөнсө!

Бөгөн Борай 3-сө урта мәктәбендә  мәктәп телевидениеһы студияһы асыла.

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!

 Дөйөм линейкала уҡыусылар алдында саҡырылған ҡунаҡтар: мәғариф бүлеге начальнигы И.Мостафин һәм "Бала саҡ навигаторҙары" проектының муниципаль кураторы Г. Вәхитова сығыш яһап, ҡотлай һәм уңыштар теләй.

Был ваҡиға Тимченко фонды ярҙамы һәм әүҙем,  талантлы, ижади проект менән мауығыусы  уҡыусылар  — Тимур Абраров, Руслан  Шәйхетдинова,  Алина Ғәлләмова, Регина Ғәлиева инициативаһы арҡаһында мөмкин була. Балалар медиа ҡорамалдарының мөмкинлектәрен күрһәтеп,  яҡтыртыу принциптары һәм интервью төшөрөү үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Сифатлы визуаль рәт һәм таҙа тауыш булдырыуға ярҙам итеүсе камера һәм микрофон һайлау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүләләр.

Теориянан тыш, ҡунаҡтар ысын телестудия мөхитен тойоп, үҙҙәрен телевидение алып барыусылары һәм операторҙары ролендә һынап ҡарай ала.

Хәҙер мәктәп уҡыусылары видеороликтар төшөрә, үҙ шоуҙарын алып бара, интервьюлар һәм репортаждар яҙҙыра, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә һәм үҙ студияһында мультимедиа технологиялары менән эксперименттар үткәрә ала.

 

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас