Руслан Сәйфуллин Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнде. Был турала Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин хәбәр итте.
Руслан Мәүлимйән улы Ҡариҙел ауылында тыуып үҫкән. Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын тамамлаған.
2011-2017 йылдарҙа Ҡариҙел һәм Асҡын райондары хәрби комиссариатының мобилизация ресурстарын планлаштырыу, тәғәйенләү, әҙерләү һәм иҫәпкә алыу бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡара.
«Уның хеҙмәтенең ошо осоро Ҡораллы Көстәрҙең төп бурыстарының береһенә – мобилизация әҙерлеген һаҡлауға арналды, был тәрән белемдән тыш, юғары яуаплылыҡ та талап итте. Руслан Мәүлимйән улының хәрби тәжрибәһен уның хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы раҫлай. Лайыҡлы наградалар араһында – Кавказдағы хеҙмәт өсөн Тәре һәм Кавказдағы контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусы миҙалы. Был наградалар үтә ҡатмарлы шарттарҙа батырлыҡ, ныҡлыҡ һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ дәлиле булып тора», — тип хәбәр итте район башлығы.