Башҡортостан Башлығы бындай ҡарарҙың сәбәптәрен аңлатыу өсөн махсус рәүештә районға килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Шунда уҡ шуны әйтергә теләйем: район хакимиәте етәксеһен алмаштырыуҙың идара итеү командаһы өсөн дә, район халҡы өсөн дә һәр ваҡыт ҙур стресс булыуын яҡшы аңлайым. Ә Фәнүр Рәфис улы кеүек етәксе алмашыныуы икеләтә ҙур стресс, сөнки биш йылдан ашыу эшләү дәүерендә ул үҙен заманса идарасы, яҡшы кеше итеп күрһәтте, ул бурыстарҙы хәл итеүгә һәм район халҡына яуаплы ҡарай. Был бик мөһим күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Фәнүр Рәфис улын Өфөгә алып китәбеҙ, ул беҙҙең ҙур идара итеү командаһы ағзаһы, һәм уның алдында бик яуаплы вазифа бар. Беҙгә республикабыҙ Мәҙәниәт министрлығының эшен тотороҡландырырға кәрәк. Был ҙур дәүләт органы, ул 2000-гә яҡын ауыл һәм ҡала мәҙәниәт йорто, 1000 мәҙәниәт хеҙмәткәрен берләштерә һәм, тимәк, республикабыҙ халҡы мәҙәниәттең үҫешеүен теләй. Шуға күрә мин Фәнүр Рәфис улының мәҙәниәт министрлығына күсергә, министрлыҡ эшен тотороҡландырырға һәм унда үтәлергә тейешле бурыстарҙы хәл итергә тип ҡарар иттем. Мәҙәниәт министрлығына хәҙер ижади кеше түгел, ә етди ойоштороу һәм административ сифаттары булған кеше кәрәк.
Фәнүр Шәйхисламов БР мәҙәниәт министрлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәнүр Шәйхисламов 2020 йылдың ноябренән Тәтешле районын етәкләне. Бынан алда ул республика власть органдарында, республика Башлығы хакимиәтендә, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары вазифаларында эшләгән.
Фото: ufa.bfm.ru