Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март , 11:10

Спорт һөйөүсе табипты ҡотлайбыҙ!

Борай үҙәк район дауаханаһы табибы Марат Шафиҡов саңғы ярыштары буйынса Рәсәй беренселегендә еңеүсе булды

Спорт һөйөүсе табипты ҡотлайбыҙ!
Спорт һөйөүсе табипты ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Ижевск ҡалаһында медицина уҡыу йорттары араһында саңғы ярыштары буйынса Рәсәй беренселеге үтә. Унда Башҡортостан Республикаһы исеменән Башҡорт дәүләт медицина  университеты командаһы сығыш яһай.

Шуныһы ҡыуаныслы, команда составында ярышҡан Борай үҙәк район дауаханаһының участка терапевы Марат Шафиҡов ошо мәртәбәле бәйгелә еңеүсе булды. Марат Радик улы яуаплы эше менән ординатурала уҡыуын уңышлы алып барып,  буш ваҡытында саңғы спорты менән шөғөлләнеүен дә дауам итә.  Ул Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре араһында үткән 51-се республика ярышында ла еңеүсе булғайны.   

Марат Радик улы  әлеге ярышта шәхси беренселектә лә, БДМУ командаһының эстафета составында ла 1-се урын яулай.

Илһөйәр Махатова.

Спорт һөйөүсе табипты ҡотлайбыҙ!
Спорт һөйөүсе табипты ҡотлайбыҙ!
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас