Илдең иң яҡшы лагерына ял итергә эләгеү еңелдән түгел. Бының өсөн бар яҡлап та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә кәрәк. Мишкә уҡыусылары “Артек”ка юлламаға намыҫлы лайыҡ булды: уҡыуҙа тырыштар, һәләтлеләр, йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәр. Уҡыуҙағы һәм спорттағы юғары уңыштары, ижадтағы, сәнғәттәге сағыу һөҙөмтәләре Полина, Илья һәм Катя өсөн Ҡырым яр буйындағы күңелле бала саҡ иленә ишектәрен асты.
Лагерҙа өс аҙна ваҡыт бик күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә: балалар Герой-ҡала Севастополдә экскурсияла була, тарихты өйрәнә, Ҡырымдың көньяҡ яры матурлығына һоҡлана, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән һәм башҡа илдәрҙән килгән тиҫтерҙәре менән танышып, яңы дуҫтар таба, лагерь сменаһының онотолмаҫ сараларында ҡатнаша.
“Артек”та ваҡыт тиҙ үтә, тигәндәре дөрөҫ икән. Мишкә уҡыусылары ла өс аҙнаның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Улар онотолмаҫ тәьҫораттар алып, сағыу фотоларға байып һәм киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға ынтылыш менән тыуған яҡтарына ҡайта.
Полина, Илья һәм Катя менән ата-әсәләре, уҡытыусылары хаҡлы рәүештә ғорурлана. Улар башҡа уҡыусылар өсөн яҡшы өлгө булып тора.
Илһөйәр Махатова.