Рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөндәбеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ. Был осорҙа, Пәйғәмбәребеҙ ҡушыуынса, доғаларҙы күберәк уҡырға кәрәк. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе ун көнлөктә тотошлай ғибәҙәттә булған.
Ошо осорҙа ниндәй яңылышлыҡтарҙың тормошобоҙға кире йоғонто яһауы ихтимал?
1. Ниндәйҙер “айырым кәйеф” көтөү.
“Бөгөн хәлем юҡ, иртәгә нығыраҡ тырышырмын” тиеү. Күңелгә илһам килгәнен көтөргә ярамай. Туҡталып ҡалмағыҙ. Көн дә бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла алға барығыҙ.
2. “Ҡәҙер төнө алда әле” тип уйлау.
Ул һәр кистә килгән һымаҡ ҡабул итегеҙ. Барыһын да Аллаһ Тәғәлә генә белә.
3. Төндә телефондан айырыла алмау.
Быға сик ҡуйығыҙ. Рамаҙандың һуңғы ун төнө яңылыҡтар таҫмаһы өсөн түгел, ә мәңгелекте хәстәрләү мәле.
4. Ихлас доға ҡылырға онотоу.
Аллаһҡа үҙ һүҙҙәрегеҙ менән мөрәжәғәт итегеҙ. Нимә күңелегеҙҙе ныҡ һыҙлата, шуны хәл итеүҙе һорағыҙ. Был төндәр – яҙмышты яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мәле.
5. Ғәфү итеүҙе кисектереү.
Кемделер кисереү – күңелде таҙартыу, еңеллек алыу юлы.
6. Фытырҙы, зәҡәтте, башҡа саҙаҡаларҙы биреүҙе Ураҙа байрамы еткәнгә тиклем һуҙып йөрөү.
“Өлгөрөрмөн әле” тип йөрөп, һуңғы көнгә килеп терәлеүегеҙ ихтимал. (Фытыр саҙаҡаһын Рамаҙан айының бөтөүөнә ике йә бер көн ҡалғас (28-се көндән башлап) бирә башларға мөмкин).
7. Рамаҙан һуңында хәлһеҙләнеү.
Тәүге көндәрҙә хәл күберәк булһа, һуңға ҡарай, әлбиттә, арыта. Шулай ҙа Рамаҙандың аҙаҡҡы көндәрендә – иң әһәмиәтле осорҙа – арыуҙы еңергә тырышығыҙ. Тап ошо мәлдә мөһим доғаларығыҙҙың тормошҡа ашыуы ихтимал.
Иртәгәгә, 12 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.